Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Август 2018, 17:21

Мауығыуҙар донъяһында

Миләүшә Ғәббәсова ҡул эштәре менән мауыға. Ул сатрашлап картиналар сигә, төрлө предметтарҙы декорациялау – декупаж менән шөғөлләнә, атлас таҫмаларҙан канзаши техниаһын үҙләштергән, алмаз мозаикаһын өйрәнергә теләй.

- Йөрәгем аҫтында өсөнсө баламды йөрөткәндә, ҡул эштәре менән мауығып киттем, - ти Миләүшә Фәнзил ҡыҙы. – Приют урамдары буйлап йөрөгәндә, “Бәхет оҫтахаһы”на кереп сыҡтым. Сатрашлап сигелгән картина бик оҡшаны. Һатыусы сигеүҙең нисек эшләүе тураһында ентекләп һөйләне. Шунан бирле энә, еп һәм киргеләрҙән айырылмайым.

- Миләүшә Фәнзил ҡыҙының мауығыуҙарын Ғәббәсовтарҙың бөтә ғаилә ағзалары ла хуплай. Ғаилә башлығы Айрат Рәмзил улы водитель-экспедитор булып эшләй. Ҡыҙҙары Алина белем алғас, кейәүгә сыҡҡан, тормош иптәше менән Өфөлә йәшәй. Улдары Руслан Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының икенсе курсын тамамлаған. Кинйәләре Ильяс сентябрҙә беренсе класҡа уҡырға бара. Бына тап улар Миләүшә Фәнзил ҡыҙының тәүге эштәрен баһалай ҙа инде.

- Кемдер бәйләй, кемдер ҡурсаҡ яһай, ә миңә сигеү нығыраҡ оҡшай. Әгәр күңелемә ятҡан картина булһа, иртәнгә ҡәҙәр тулыһынса эшкә бирелеп ултыра алам, - тип һүҙҙе дауам итә ул. – Ниндәй ҙә булһа картина күрһәм, әле эшләй башлағансы уҡ, уның ҡайһы бүлмәлә урынлаштырырға икән тип уйлайым. Алғы бүлмәлә беҙҙең сәйлән менән сигелгән доға эленеп тора. Күптән түгел эшләгән “Ҡәһүә”, “Сәй” картиналары аш-һыу бүлмәһендә үҙ урынын тапты. Пейзаждар, натюрморттар, сәскәләр сигергә яратам. Үҙ ҡулым менән башҡарылған эштәр һөйөнөс өҫтәй.

Йорт мәшәҡәттәренә ҡарамаҫтан, Миләүшә Ғәббәсова яратҡан шөғөлө өсөн ваҡыт таба, шул уҡ ваҡытта ул һоҡланырлыҡ ханым, ҡайғыртыусан әсәй һәм уңған хужабикә булып ҡала. Ул Мәҙәниәт йортонда уҙғарылған төрлө оҫталыҡ дәрестәренә йөрөй, йоганы ла үҙ итә.

- Район символы байбаҡты сигергә теләйем. Мин бит Уҫаҡ-Кисеү ауылынан, бала саҡтан әлеге йәнлектәрҙе күҙәтергә яраттым, - тип йылмая Миләүшә ханым. – Ярай әле, махсуслаштырылған магазиндарҙа һәм оҫтаханаларҙа эш өсөн маткриалдарҙың бик күп ассортименты бар.

Миләүшә Ғәббәсованың ҡул эше Мәҙәниәт һарайы галлереяһына ҡуйыла. Картиналар сағыулығы һәм асыҡлығы менән һоҡландыра, уларҙың һәр ҡайһыһы ваҡ-төйәк элементына тиклем уйлап эшләнгән. Сигеү уны тынысландыра, яҡшы кәйеф тыуҙыра. Оҫта ҡуллы хужабикә ҡул эштәренең күбеһен таныштарына, туғандарына бүләк итә.

Ирина Фомина,

Автор фотоһы.
Читайте нас: