Дим буйҙары
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Август 2018, 14:30

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Эшләрбеҙ! 2018» тигән ҙур өмәгә саҡыралар.

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Эшләрбеҙ! 2018» тигән ҙур өмәгә саҡыралар.

Бөтә Рәсәй акцияһы республикала 15 сентябрҙә уҙа. Ойоштороусылар 200-гә яҡын кешене йәлеп итергә ниәтләй.


Ҙур өмәнең маҡсаты – бер көндә Башҡортостандың барлыҡ тораҡ пункттарын таҙартыу.

Республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта ҡала һәм райондарҙа сүплек барлыҡҡа килгән урындарҙы билдәләү һәм мөмкин тиклем күберәк әүҙемселәр йәлеп итеү кеүек яуаплы эште үҙ өҫтөнә алырҙай координаторҙар эҙләйҙәр.

Бөтә Рәсәй өмәһе ваҡытында йыйылған ҡалдыҡтарҙың кәм тигәндә 30% эшкәртеүгә ебәреү күҙаллана. Шуға күрә икенсел сеймал ташыу һәм утилләштереү менән шөғөлләнгән предприятиелар хеҙмәттәшлек итергә саҡырыла.

— Проект бер нисә бурысты хәл итеүгә йүнәлтелгән, — ти Башҡортостанда «Эшләрбеҙ! 2018» акцияһының төбәк координаторы Денис Насиров. — Айырым биләмәләрҙә тәртип урынлаштырыу ғына түгел, ә һәр ҡалала, районда өмә уҙғарылған урында таҙалыҡты һаҡлау миҫалын булдырыу мөһим. Бынан тыш, беҙ берҙәм электрон картала сүп-сар йыйылған урындар тураһында мәғлүмәт тупларға тейешбеҙ.

Проектта координаторҙар булараҡ ҡатнашырға теләгән һәр кемдең bashk@sdelaem2018.ru почтаһы буйынса мәғлүмәт алыу йәки рәсми сайтта ҡарау мөмкинлеге бар.