Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Август 2018, 14:13

Улар беҙҙең хәтерҙә

2 августа районда хәрби дандың иҫтәлекле датаһын билдәләнеләр

Улар беҙҙең хәтерҙә

2 августа районда хәрби дандың иҫтәлекле датаһын билдәләнеләр

Район үҙәгенән өс йүнәлеш буйынса ҡыҙыу нөктәләрҙә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡанда һәләк булғандарҙың ҡәберҙәренә веноктар һалыу өсөн делегация булдырылды. Район хакимиәте һәләк булыусыларҙың яҡындарына һәм туғандарына матди ярҙам «Вектор» йәштәр үҙәге һәм Бишбүләк ауылы Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре ойошторған митинг булды. Уны район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин асты. Тантаналы сараға һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләре, яҡындағы микрорайонда йәшәүселәр, район үҙәге мәктәптәренең педагогтары, ҡайнар нөктәләрҙә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ветерандар, хәрби комиссариат, район үҙәге ойошма hәм предприятиелары hәм район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре саҡырылғайны. Йыл һайын уҙғарыла торған хәрби-патриотик сарала БР Башлығы ярҙамсыһы Салауат Харасов, БР Эске эштәр министрлығының отставкалағы генерал-майоры Наил Вәлиуллин, ветерандарҙың «Хәрби берҙәмлек» Бөтә рәсәй ижтимағи ойошмаһының Башҡортстан бүлексәһе рәйесе Альберт Шаhиморатов ҡатнашты. Йыйылыусылар хәрби конфликттарҙа һәләк булыусыларҙың иҫтәлеген бер минутлыҡ тынлыҡ менән хөрмәтләне һәм геройҙар стелаһына тере сәскәләр һалды.

Хәрби туғанлыҡҡа Һауа-десант ғәскәрҙәре флагтары тотҡан зәңгәр беретлы ВДВ ветерандары һуғышсан рух һәм теләктәшлек өҫтәне. Сара иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.

Владимир Смолов.
Читайте нас: