Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Август 2018, 14:22

Ярты быуат бер йән булып

Иттихат ауылынан ирле-ҡатынлы Ғимазовтар өсөн иң мөһим ҡиммәттәрҙең береһе ул – ғаилә

Рафаэль Ғитиәт улы менән Фәниә Мөхәмәт ҡыҙы Ғимазовтар уртаҡ тормоштарының алтын юбилейын билдәләп үткән. Уларҙың союзы ихтирам. ҡайғыртыусанлыҡ һәм бергә йәшәлгән йылдар өсөн бер-береһенә рәхмәт һүҙҙәре менән нығытылған. Уртаҡ ғүмер юлы буйынса улар барлыҡ башланғыстарҙа бер-береһенә таяныс булған һәм тормошта бөтә нәмәгә тап бына шул теләктәшлек. тырышлыҡ һәм хеҙмәт арҡаһында ирешкәндәр.

Рафаэль Ғитиәт улы тыумышы менән Иттихаттан, Фәниә Мөхәммәт ҡыҙы Уҫаҡ-Кисү ауылында тыуып үҫкән. Йәштәр урындағы клубта танышҡан.

- Ул саҡта мин һауынсы, ул төҙөүсе булып эшләй ине. Бергәләп үҙешсән сәнғәт түңәрәгендә ҡатнаштыҡ, спектаклдәр ҡуйҙыҡ. Рафаэль гармунда уйнай, ә мин йырлай торғайным, - тип һөйләй Фәниә Мөхәммәт ҡыҙы.

Тап бына ошо танышыу уларҙың алдағы яҙмышын хәл итә лә инде. Егет менән ҡыҙ үҙҙәренең икенсе яртыларын табыуын шундуҡ аңлай. Әлеге дуҫлыҡ оҙаҙҙа һуҙылмай – 1968 йылдың ғинуарында улар өйләнешә. Шул йылды яңы йорт төҙөйҙәр. Ир менән ҡатын килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергә хәл итә. бер-береһен һүҙһеҙ аңларға өйрәнә. Колхозда эшләргә лә, хужалыҡ алып барырға ла өлгөрәләр.

Рафаэль Ғитиәт улының хеҙмәт йылдары төҙөлөштә үткән, тимерсе лә булған. Ул алыҫ йылдарҙа төрлө етештереү объекттары ҙур күләмдә төҙөлгән, шуға күрә эше лә етерлек була. Ғаилә башлығы һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, хаҡлы ялға 55 йәшендә сыға.

Фәниә Мөхәммәт ҡыҙы алдынғы сөгөлдөр үҫтереүсе була. Ике тапҡыр чемпион исеменә лайыҡ була, уның намыҫлы хеҙмәте күп тапҡырҙар район хакимиәтенең рәхмәт һүҙҙәре менән билдәләнә.

- Иртә яҙҙан алып ҡышҡа ҡәҙәр тиерлек сөгөлдөр баҫыуҙарында булдыҡ, сөнки ул саҡта барлыҡ эш ҡул көсө менән башҡарылды, - тип хәтирәләре менән уртаҡлаша хеҙмәт ветераны.

Рафаэль Ғитиәт улы менән Фәниә Мөхәммәт ҡыҙы ике ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән, уларҙы ҙур тормош юлына сығарған. Ирле-ҡатынлы Ғимазовтар өлкән улдары Фидаил менән бергә йәшәй. уртаҡ хужалыҡ алып бара: ихатала һигеҙ баш һыйыр малы аҫрала. Ҙур баҡсала бәрәңге, сөгөлдөр, бесәнгә күп йыллыҡ үлән үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Розалиә, Дания. Раушания үҙ ғаиләләре менән Бишбүләктә, Иттихатта һәм Разыяла йәшәйҙәр. атай йортона йыш ҡайталар. Кесе улдары Фидан флотта өлкән мичман булып хезмәт итә, ғаиләһе менән Владивостокта йәшәй. Хаҡлы ялда булған ир менән ҡатын ауырлыҡтарға зарланмай, бойоҡмай, һәр тыуған көнгә шатланып ғүмер кисерә. Бәхетле олатай һәм өләсәйҙе һигеҙ ейән-ейәнсәрҙәре шатландыра.

Ғимазовтар ысын-ысынлап бәхетле. Юбилярҙарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, илле йыл бик тиҙ үтеп киткән. Әммә уларҙың хәтере, бергә кисергән ауырлыҡ һәм проблемаларҙы һыҙып ташлап, ғүмерҙәренең бары тик шатлыҡлы миҙгелдәрен генә хәтерҙә һаҡлай.

- Сабырлыҡ, мөхәббәт, хөрмәт – беҙҙең бәхетебеҙҙең бар сере, - ти ир менән ҡатын үҙҙәренең никахы тураһында. – Тормоштоң беҙгә ебәргән һынауҙарын беҙ бергәләп үттек. Беҙҙең өсөн тормоштағы иң мөһим ҡиммәттәрҙең береһе – татыу ғаиләбеҙ.

Ирина Фомина,

Автор фотоһы.
Читайте нас: