Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа йәштәр араһында “матур дата”ла туй үткәреү үҙенсәлекле күренешкә, хатта модаға әйләнде, тип әйтергә мөмкин. Быны улар кеше ғүмерендә бер тапҡыр ғына була торған ваҡиғаны һәр йәһәттән иҫтә ҡалырлыҡ итергә теләү менән аңлата. Ҡайһы бер парҙар никахын “матур дата”ла теркәү өсөн бер-ике йыл көтөргә лә риза.
Быйылғы йылдың тағы бер шундай көнө 18 авгусҡа тура килә. “18.08.2018” тип яҙыласаҡ көндә республикала 751 пар өйләнешергә йыйына, никах тантаналарының 200-ө Өфөлә теркәләсәк. Ә бына илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә өс “8”-ҙән торған “матур дата”ла 1179 яңы ғаилә барлыҡҡа киләсәк.
Өйләнергә йыйынғандарҙан иң күп ғариза Өфөнөң Киров районы ЗАГС бүлегенә тапшырылған. Был көндә унда 37 парҙың никах теркәү тантанаһы үтәсәк. Икенсе урында Калинин районы ЗАГС-ы – 32 ғариза. Өсөнсөлөктө Ленин һәм Совет райондары ЗАГС-тары бүлешә: уларҙың һәр береһендә 30-ар пар ҡауышасаҡ.
Республиканың башҡа ҡалалары араһында Салауат алда бара – 35 ғариза ҡабул ителгән. Белорет ҡалаһы һәм районында – 27, Стәрлетамаҡ районында 17 туй гөрләйәсәк.
Йыл башынан алып республика буйынса 10 094 никах теркәү таныҡлығы тапшырылған. Ейәнсура һәм Ғафури райондарында йәш ғаиләләр 30 процентҡа артҡан. Был йәһәттән Әлшәй, Бишбүләк, Дыуан һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында ла үҫеш билдәләнгән.