Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Август 2018, 09:55

Күргәндәр ышаныс бирә

Районда эш визиты менән БР Ауыл хужалығы министры булып китте

Yткән аҙнала агрокомплекстарҙың эштәре барышы hәм урып-йыйыу эштәре менән яҡындан танышыу өсөн БР Хөкүмәтенең вице-премьеры — БР Ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов менән уның урынбаҫары Ирек Сураҡов килде. Шул уҡ көндө улар Йәрмәкәй районы баҫыуҙарында булды. Эш делегацияһын беҙҙең районыбыҙ сигендә район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин менән уның урынбаҫары, райондың ауыл хужалығы начальнигы Ғәзинур Хисмәтов ҡаршы алды. Артабан «Шатлык» йәмғиәтенең маржиналь (югары табышлы) культуралары баҫыуҙары буйлап үттеләр, унда етен, горчица, нут, борсаҡ hәм көнбағыштың дүрт сорты үҫтерелә. Ваҡытында башҡарылған агротехник эштәр, үҫемлектәрҙе япраҡ аша йөҙ процентлы туҡландырыу, культураларҙың тамыр системаһын нығытыу өсөн минераль ашламалар керетеү арҡаһында яҡшы уңыш көтөлә.
Делегация «Зәкиев hәм Компания» йәмғиәте баҫыуҙарында булды. Бында иген культураларының яҡшы уңышын көтәләр. Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативында оҙағыраҡ туҡталдылар, унда ужым культуралары баҫыуҙарына ҡарап шатландылар. Барыһын да кукуруз баҫыуҙары һоҡландырҙы. Хужалыҡтың ҡеүәтле техникаһы яҡшы тәьҫорат ҡалдырҙы, унда күп йылдар эксплуатациялаy менән һыналған hәм тотҡарлыҡһыҙ үҙебеҙҙә етештерелгән техника менән бер рәттән ҙур етештереүсән сит ил тракторҙары hәм тағылма комплекттары ғына түгел, шулай уҡ һирәк осрай торған сылбырлы Т-150 тракторы ла эшләй. Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Олег Рузаков менән баш агроном Владимир Абрамов дәрәжәле ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршыланы. Ауыл хужалығы министры Владимир Абрамовтың күптән түгел 80 йәшен билдәләүен белгәс, юбилярҙы дустарса ҡосаҡлап, үҙ исеменән ҡул сәғәте бyүләк итте, ә унан һуң ҡеүәтле К-700 тракторы фонында ауыл хужалығы етештереү аҡһаҡалы менән иҫтәлеккә фотоға төшөргә теләне. Илшат Илдус улы тәбиғәт шарттары бик уңай булмаған 2018 йылда ла Бишбүләк районы аграрийҙары уңышлы булыр тигән ышаныс белдерҙе.
Владимир СМОЛОВ.
Читайте нас: