Дим буйҙары
+26 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
14 Августа 2018, 04:57
Ремонтты ваҡытында тамамлаясаҡтар
Бишбүләк ауылы «Торнаҡай» балалар баҡсаһы балаларҙы яңыртылған бинала ҡаршы аласаҡ
- Йыл һайын үткәрелә торған ремонт эштәренә 26 хеҙмәткәрһәм техник персоналдан торған ҙур булмаған, әммә татыу коллектив бер ай элек тотонғайны, — ти, яңы буяу еҫе аңҡып торған йоҡо бүлмәләре менән балалар уйын бүлмәләрен күрһәтеп, «Журавушка» балалар баҡсаһы мөдире Рәзилә Зарипова. — Ағымдағы ремонтты башҡарыу өсөн барыһы ла бар, тәү сиратта, беҙгә ата-әсәләр комитеты йыйған аҡса ярҙам итә. Балаларҙы ҡабул итеүгә беҙгә бәйле эштәрҙең барыһын да эшләйәсәкбеҙ.Балалар баҡсаһының рәсми асылыуы — 1 сентябрь.
Әлеге мәктәпкәсә балаларға белем биреү учреждениеһында өсөнсө аҙна канализацияны йүнәтеү буйынса капиталь ремонт бара. Был ҙур көс талап итә торған эште Ирек Зәлилов етәкселегендәге «Стройсервис» йәмғиәте башҡара.
- Төҙөүселәр бригадаһының эш күләме ҙур. Әммә билдәләнгән срокка улар ҡуйылған бурыстарын башҡарып сығасаҡ. Беҙ быны ышаныс менән әйтәбеҙ, сөнки төҙөүселәрҙең абруйы яҡшы: улар бер ай элек «Йылмаю» балалар баҡсаһының дауылдан зыян күргән түбәһен ремонтлағайны. Беҙ ике ҡаттың да туалеттарында, йыуыныу бүлмәләрендә, аҙыҡ-түлек блогында hәм кер йыуыу бүлмәһендә санитар узелын алыштырырға планлаштырғайныҡ, — тип һүҙ ебен ялғай балалар баҡсаһы ҡаттары буйлап экскурсияны дауам итеүсе Рәзилә Зариф ҡыҙы. — Балалар баҡсаһының ике ҡатлы бинаһы 1977 елда төҙөлгән, шуға күрә канализация системаһы яраҡһыҙға әйләнде. Төҙөүселәр аҙыҡ-түлек блогында, йыуыныу һәм туалет бүлмәләрендә кафель плитәләре йәбештерәсәк. Төҙөүселәр артынан штукатурка эштәрен hәм йыуыу-йыйыштырыу, стеналарҙы, торбаларҙы, плинтустарҙы буяу эштәрен үҙебеҙҙең хеҙмәткәрҙәребеҙ башҡарасаҡ.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотосы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
9 Июля , 09:03
Бәхетле ҡартлыҡ — ул яҙмыш бүләге
Общие статьи
8 Июля , 15:49
Гуманитар ярҙам ебәрелде
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"