Дим буйҙары
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Август 2018, 22:49
Өфөлә Ҡорбан Хәләл Fest ойошторола
21 августа Өфөлә, Конгресс-холл янындағы «Ватан» этнопаркында Ҡорбан Хәләл Fest республика байрамы уҙа. Ҡорбан байрамы уңайынан фестивалде өсөнсө йыл рәттән Башҡортостандың «Ферзь эшлекле клубы» социаль әһәмиәтле проекттарға ярҙам итеү төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты һәм баш ҡала хакимиәте ойоштора.
Байрам программаһында көрәш, волейбол, уҡтан атыу, регди, пейнтбол буйынса спорт ярыштары ҡаралған. Ҡала халҡы байрам концертын ҡарай һәм тәмле былауҙан ауыҙ итә ала. Шулай уҡ балалар анимацияһы, хәләл-йәрминкә эшләй, унда үҙеңә һәм яҡындарыңа бүләктәр һатып алырға мөмкин.
Йыл һайын фестивалдә төрлө милләтле һәм динле биш меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Төрлө ҡарашлы һәм ғөрөф-ғәҙәтле кешеләрҙе берләштереү хәләл-фестың төп маҡсаты булып тора ла инде.
Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
16 Сентябрь 2025, 21:45
Дүсән ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам итә
МХО-лағыларға ярҙам
16 Сентябрь 2025, 19:10
"Барығыҙға ла ярҙам итербеҙ»
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"