Республика комплекстар менән йыһазландырыу буйынса илдә (Мәскәүҙән һәм Мәскәү өлкәһенән ҡала) өсөнсө урынды биләй. Үҙәк һайлау комиссияһында асыҡлыҡ индереүҙәренсә, ошо участкаларҙа һайлаусыларҙың 50 проценты тиерлек (49,52 процент) һайлаусылар исемлегенә индерелә.
Комплекстарҙы уңышлы ҡулланыу өсөн Үҙәк һайлау комиссияһы 1622 КОИБ операторын әҙерләй. Республикалағы КОИБ-тар 219 участканы йыһазландырыуға етә. Ҡалғандарын Рәсәй һәм Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссиялары ҡарары менән Удмурт Республикаһынан, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән һәм Пермь крайынан 20 августан һуң килтерәләр.