V саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының эшенә йомғаҡ яһалды
16 августа район Мәҙәниәт һарайында район халҡының депутаттар Айҙар Ғәни улы Ғәлимов һәм Илдус Ришат улы Ғүмәров менән осрашыуы булды. Һуңғы биш йыл дауамында бына тап улар беҙҙең район мәнфәғәтен Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа тәҡдим итте. Әлеге осрашыу үҙенә күрә район хакимиәте менән депутаттарҙың уртаҡ башҡарған эштәренә йомғаҡ яһау булды.