Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Август 2018, 19:46

Иман йортона - ярты быуат

Районыбыҙҙа беренселәрҙән булып төҙөлгән Уҫаҡ-Кисеү ауылының “Нур” мәсетенә 25 йыл!

Бынан 25 йыл элек. 1992 йылдың 18 мартында Совет осоронда “Коммуна” колхозы отчет-һайлау йыйылышында партойошма секретары булып эшләгән Йәғәфәр Ғәбсаттар улы ауылда мәсет төҙөргә кәрәк, тигән тәҡдим менән сығыш яһай. “Коммуна” колхозы идараһы һәм уның күптән түгел һайланған рәйесе Рәмзил Ғәбделхәй улы Нуриәхмәтов әлеге тәҡдимде бер тауыштан хуплай. Шул уҡ йылда Мәҙәниәт йорто булып торған бинаны һүтеп, революцияға ҡәҙәр эшләп килгән мәсет урынында төҙөлөш эштәре башланып китә. 15 ай тигәндә мәсет төҙөлөшө тамамлана. Уны асыу көнө итеп 1993 йылдың 2 июне - Ҡорбан байрамы билдәләнә. Мәсетте асыу тантанаһында Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, район етәксеһе Иван Константинович Никитин ҡатнаша. Шулай итеп, Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш райондарында беренсе мәсет асылып, эшләй башлай. Уның беренсе имам-хатибы итеп Иттихат ауылының аҡһаҡалы Мөхтәретдин бабай Хәбетдинов һайлана.

Уҫаҡ-Кисеү ауылы мәсете үҙенең беренсе булып төҙөлөүе менән тирә-яҡтағы ауылдарға ғына түгел, райондарға ла мәсеттәр төҙөү буйынса өлгө лә, этәргес тә булып тора. Хәҙерге көндә “Нур” мәсетенең мәхәлләһе, уның имам-хатибы Нәзир Минсалих улы Сәмиғуллин ислам тәғлимәте нигеҙҙәренә таянып, үҙенең эшен еренә еткереп башҡара. Бында йыл әйләнәһенә дини байрамдар уҙғарыла, яңы барлыҡҡа килгән ғаиләләргә никах уҡыла, сабыйҙарға исем ҡушыу йолаһы үтәлә. Изге Рамакзан айында көн дә намаҙ уҡылып, ҡәҙер кисәһе үткәрелә. Байрам көндәрендә һәм һәр йомала мәсет манараһынан моңло аҙан тауышы ауылыбыҙ өҫтөнә тарала, күңелдәрҙе нескәртә, иманға өндәй. Мәсетебеҙ ауыл халҡы өсөн дә, юлсылар өсөн бик уңайлы урында урынлашҡан, юлөҫтөндә генә. Өфөгә китеүселәр ҙә, ҡайтыусылар ҙа, уның янынан үтеп-һүтеүселәр ҙә туҡтап керә. Намаҙ уҡып, хәйерле сәфәр теләп, хәйер-саҙаҡа биреп, доға ҡылып сыға.

Уҫаҡ-Кисеү ауылы мәхәлләһе үҙенең ауылдаштарына мәсетте төҙөүҙә һәм хәҙерге көндә эштәрен алып барыуҙа үҙ өлөштәрен индергән, көстәрен сарыф иткән бәндәләргә, мәсет асылыуға 25 йыл тулыу уңайы менән һәм ҡорбан ғәйете менән ҡотлап, үҙҙәренә һәм ғаиләләренә ныҡлы һаулыҡ, хәйерле ғүмер теләп ҡала. Ғәбделнасир Хәкимов,

Уҫаҡ-Кисеү ауылы 702-се мәхәллә ағзаһы.
Читайте нас: