Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Август 2018, 18:39

Ғаилә ярым марафоны яҡынайта

Айыт ауылынан Ғәйнетдиновтар ғаиләһе улар бергә – берҙәм көс икәнлеген иҫбатланы

Йүгереүҙә бер ни тиклем тәжрибәгә эйә булған, беҙҙең ғаилә ағзалары ҡыйыу аҙым яһарға ҡарар итте: ярым марафон — 21 километрға шоссе буйлап йүгереү. Белгестәр — тренерҙар, табиптар, психологтар менән аралашыуҙан, алты аҙналыҡ махсус күнекмәләрҙән һуң беҙ Бишбүләк — Айыт юлы участогын һайланыҡ. Йүгерә башлау көнө 11 август — Физик культурасылар көнө.

Ғаиләбеҙҙән дүрт кеше старт алды (ҡалған өсөһө беҙҙе финишта ҡаршы алды): улыбыҙ Морат, ҡыҙҙарыбыҙ Алия менән Айлина, мин — әсәләре, ә атайҙары ярҙам итеп, һыу менән тәьмин итеп, hәр береһен үҙенең трассаһы буйынса оҙатып барҙы. Беҙҙең яныбыҙҙан яҡынса 200 машина үтеп китте (мин һананым). Күптәр беҙҙе сәләмләне, теләктәшлек белдерҙе.

Марафон йүгереүе ваҡытында физик яҡтан ғына ауыр түгел, ә психологик яҡтан да был араны еңеп сығыу бик еңелдән түгел, тиҙәр. Беҙгәгe планлаштырылган ике сәғәтлек юл бик тиҙ үткән кеүек тойолдо. Әлбиттә, ҙур физик көсөргәнеш һиҙелде, айырыуса үргә менеүе ауыр ине, бындай саҡта психолог кәңәштәрен иҫкә алдыҡ: тирә-яҡҡа ҡарап, табиғәт менән һоҡланыу, иғтибарҙы ситкә йүнәлтеү. Ысынлап та, беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа ниндәй матурлыҡ! Беҙ барыбыҙ дҙ әйләнә-тирә тәбиғәткә автомобиль тәҙрәһе аша ғына ҡарарға күнеккәнбеҙ. Яҡындан ҡарап барып, барыһын да күҙәтеп, бөтөнләй икенсе тәьҫорат алаһың. Айлина юл буйындағы сағыу төҫтәге сәскәләргә һоҡланды, ул инде өйгә ҡайтҡас, альбом битендә аларҙы күсереп яһар өсөн, уларҙың барыһын да иҫендә ҡалдырырға тырышты. Моратты ботаҡтарында ел шаулаган бөҙрә ҡайындар ғәжәпләндерҙе. Зифа нараттарҙың шәмдәй теҙелеп тороуы, hауаның сафлығы, урман еләҫлеге Алияның иҫендә ҡалды. Миңә сикһеҙ офоҡтар, алыҫта күренгән киң горизонттарҙың зәңгәрлеге көс бирҙе, тынысландырҙы.

Беҙең йүгереү уңышлы, бәлә-ҡазаһыҙ тамамланды. Әлбиттә, беҙ бер дoнья рекордына ла ирешә алманыҡ, ләкин бергә беҙ — көс икәнлеген, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп иҫбатланыҡ.

Легенда буйынса, грек һуғышсыһы Филиппид Марафонда һуғышта еңеү тураһында хәбәр еткереү өсөн Афинаға ҡәҙәр 40 километрдан артыҡ йүгергән. Беҙ үҙебеҙҙең ярым марафонды йүгереп үттек hәм һеҙҙе, ҡәҙерле дуҫтар, ата-әсәләр hәм балалар, бергә йүгерергә, йөҙөргә, балыҡ тоторға, саңғыла шыуырға, йәйәү йәки бергәләп велосипедта йөрөргә саҡырабыҙ! Был һаулыҡ, рух ныҡлығы ғына түгел, ә иң мөһиме — яҡындарың менән аралашыу ҙа алып килә.

Беҙгә ярҙам иткән, марафон ваҡытында беҙҙе хуплаған кешеләргә ҙур рәхмәтлебеҙ.

Рәйсә ҒӘЙНЕТДИНОВА,

Фатих Кәрим исемендәге Айыт ауылы урта мәктәбе уҡытыусыһы.

Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: