Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Август 2018, 18:37

Беҙ - бергә

Районда Әсәләрҙең «Йөрәктән йөрәккә» ижтимағи ойошмаһы эшләй башланы

Йәйге каникул ваҡытында район хакимиәтенең ултырыштар залында әсәләр советының «Әсә йөрәге» төбәк ижтимағи ойошма һәм «Ғаилә» көнбайыш район-ара Дәүләт бюджет учреждениеһының Бишбүләк районы буйынса бүлексәһе һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар тeрбиәләүсе ата-әсәләр менән осрашыу ойошторҙо. Ижтимағи ойошма менән беҙҙең яҡташыбыҙ Гөлшат Әхәт ҡыҙы Ибраhимова етәкселек итә. Осррашыуға 25 ғаилә килгәйне. Ата-әсәләр Әсәләр советынан бүләктәр, санаторий-курорт юлламалары, ер участоктары тәҡдим итеү буйынса уларҙы тулҡынландырған һорауҙарға яуап алды. Практик психолог Юлия Борисовна Кузнецова психологик, нейропсихологик характерҙағы мәсьәләләрҙә консультация бирҙе.

Осрашыуҙың һөҙөмтәһе әсәләр советының «Әсә йөрәге» төбәк ижтимағи ойошма менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүсе район ижтимағи ойошма ойоштороу, һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләрен берләштереүгә йүнәлтелгән саралар үткәреүгә ҡайтып ҡалды. Ижтимағи ойошма район хакимиәте менән берлектә бындай балаларҙы тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең актуаль мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҡатнашасаҡ.

- Район Әсәләрҙең «Йөрәктән йөрәккә» ижтимағи ойошмаһы үҙ эшен башланы, - тип һөйләй уның етәксеһе Римма Индус ҡыҙы Әхмәтова. – Районда бындай балаларҙы тәрбиәләүсе ғаиләләр күп. Улар бирешмәй, үҙ өлөшөнә төшкән барлыҡ ауырлыҡтарҙы намыҫ менән еңә. Уртаҡ тырышлыҡ менән бындай балаларҙың донъяһын бер аҙ ғына булһа ла яҡшыртырға ынтыласаҡбыҙ. Быйыл «Әсә йөрәге» әсәләр советы ярҙамы менән ике ғаилә Асылыкүл буйындағы «Әсә һәм бала» пионер лагерында ял итте.

Римма Әхмәтованың һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләү буйынса тәжрибәһе ҙур. 2013 йылдан алып ул «Сулпылар» өлгөлө коллектив педагогы булып эшләгән, унда ябай балалар менән бер рәттән һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа шөғөлләнгән. Хәйриә акциялары, концерттар ойошторған. Инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә ярҙам итеү теләге квалификацияһын «социаль тармаҡта реабилитация эше буйынса белгес»кә үҙгәртергә этәргән.

— Балалар медицина, психологик, педагогик heм социаль реабилитациянан тыш үҙҙәренең ижади һәләттәрен дә үҫтереү мөмкинлеген алырға, сәнғәт донъяһына тартылған булырға тейеш. Ошо маҡсаттан әсәләр советы «Һәләттәр йолдоҙлоғо», «Гүзәлкәй», «Быуын» кеүек төрлө-төрлө конкурстар үткәрә, унда беҙҙең районда йәшәүсе ғаиләләр ҙә һис шикһеҙ ҡатнашасаҡ, — тип дауам итә Римма Индус кызы. — Төрлө осрашыуҙар, курстар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарасаҡбыҙ. Ата-әсәләр педагогик hәм психологик ярҙам ала алһын, массаж, ЛФК h.б. алымдарына өйрәнһен өсөн, сентябрҙә улар өсөн уҡыу ойошторорға планлаштырабыҙ. Бындай балаларҙы тәрбиәләүсе ата-әсәләр үҙҙәренең проблемалары менән яңғыҙ ҡалмаһындар, үҙ-үҙҙәренә бикләнмәһендәр, ситтә ҡалмаһындар, тип теләйбеҙ. Теге йәки был мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итәсәкбеҙ.

Һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар тeрбиәләүсе ғаиләләр үҙенсә бер төрлө дoньяла йәшәй. Баланың ауырыуы ул — баланың интегеүе генә түгел. Уның менән бергә ата-әсәләре лә яфалана, ярата, ғүмере өсөн көрәшә. Район Әсәләренең «Йөрәктән йөрәккә» ижтимағи ойошмаһында бындай ғаиләләр аңлау табасаҡ hәм ярҙам аласаҡ. Көндәлек мәшәҡәт һәм борсолоуҙар түңәрәгенән сығып, улар яңғыҙ булмауҙарын, бәхеттең булыуын аңлай башлаясаҡ.

Ирина ФОМИНА.

Фото Римма Әхмәтованың шәхси архивынан.
Читайте нас: