Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте, профилле федераль ведомствоға һылтанып, Рәсәй Хөкүмәте ҡарарында ошондай норма билдәләнеүе хаҡында хәбәр итте.
– Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу тураһындағы яңы ҡануниәткә ярашлы, граждандарҙың аҡсаһы һаҡлана. Әгәр улар эскроу иҫәбендә булһа, был аҡсаның юғалмауы тулыһынса гарантиялана, – тине яңы документ инициаторҙарының береһе, Якушев Рәсәйҙең төҙөлөш торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев.
Бөгөн Рәсәйҙә “рәсми никахҡа ингән йәштәре 35-тән (ҡайһы бер төбәктәрҙә 30-ҙан) артмаған ир менән ҡатын” йәш ғаилә статусына эйә. Шул уҡ ваҡытта уларҙың балаһы булыу-булмау мөһим түгел. Йәш ғаиләләр өсөн торлаҡ төҙөүгә һәм һатып алыуға социаль түләү быйыл 1 ғинуарҙан “Рәсәй Федерацияһы граждандарын арзан һәм уңайлы торлаҡ, коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт программаһына ярашлы билдәләнә.