«Программаның асылы – баланы спортсы итеп тәрбиәләү түгел, ә уларҙы һыуҙа үҙҙәрен дөрөҫ тоторға өйрәтеү. Улар быны белмәй. Һыуға батҡан балаларҙың төп хатаһы – һыуҙа үҙҙәрен дөрөҫ тотмауы. Статистикаға ярашлы, быйыл ғына Башҡортостанда 70-тән ашыу бала батып үлгән», — тине Рәфис Ғабдрахманов.
Программаны республика райондарының береһендә башлап ебәреү күҙаллана. Тәжрибә уңышлы булһа, ул тотош республикала таратыла. Физкультура уҡытыусылары ҡотҡарыусылар курсын үтергә тейеш. Мәктәптәрҙә бассейн булмағанлыҡтан, дәрестәр физкультура-һауыҡтырыу комплекстарында ойошторола.
«Был башланғыс йәшәүгә хоҡуҡлы. Уны «Балалар спорты» проектына индерергә мөмкин», — тип билдәләне йөҙөү буйынса Паралимпия уйындары чемпионы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Оксана