Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2018, 18:47

Күңел ҡушыуы буйынса педагог

Сиҙәкбаш ауылынан Надежда Сергеева тормошта үҙ урынын тапҡан

1963 йылдың 5 сентябрендә йәмле Киҫтәнле-Ивановка ауылында Надежда исемле кескәй генә ҡыҙ дoньяға ауаз һала. Бала саҡтан уҡ ул оҫта ҡуллы була: ул эшләгән сағыу сигеү өлгөләре, үҙ фантазияһына танып яһаған әйберҙәр яҡындарын hәм туғандарын шатландыра.

Бала саҡ артта ҡала. Һәр кемдең тормошондағы иң мөһим аҙым — hөнәр һайлау ваҡыты етә. Сөнки тап бына һөнәр беҙҙең фекерҙәребеҙҙе, ҡылған эш-ғәмәлдәребеҙҙе билдәләй. Үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡан ҡыҙ педагог булырға ҡарар итә.

Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлағас, йәш ҡыҙ Надежда Сиҙәкбаш мәктәбенә килә, ул әлеге көнгә ҡәҙәр шунда эшләй. Уның бар тормошо мәктәп менән бәйле: дәрес биргән кластар, партанан партаға һикереп уйнаған ҡояш нурҙары, кескәй балаларҙың уға ышаныс менән баҡҡан күҙҙәре. Быларҙың барыһы ла уның йөрәгенә яҡын. Уның тормошонда балалар менән бәйле ваҡиғалар һәм шатлыҡтар күп була.

Надежда hөнәре буйынса ғына алдынғы түгел. Ҡунаҡсыл hәм хужалыҡ йәнле кеше, тәмле бәлештәр бешереүсе уңған хужабикә лә ул. Уның йортонан кәңәш һорап килеүсе таныш-тоноштары өҙөлмәй. Надежданың иҫ киткес ҡыҙы бар, кейәүе уның өсөн ысын мәғәнәһендә улына әүерелгән, hәм ике ейәне - шатлыҡ hәм илhам сығанағы үҫеп килә. Уның яратҡан апаһы Светлана ысын таянысы. Һәм иң ҙур бәхете — тыуған ауылында уны шатланып ҡаршы алыусы ата-әсәһе.

Күңел һалған хеҙмәт кешегә күп бүләк һәм бәхет бирә. Надежда үҙ урынын тапҡан, hәм бының өсөн унда уҡыған барлыҡ бала, уны урап алған кешеләр уға рәхмәтле. Беҙ ысын күңелдән яратҡан Надежда Никодимовна Сергееваны юбилейы менән ҡотлайбыҙ, сәләмәтлек һәм бәхетле булыуын теләйбеҙ!

Инна НИКИФОРОВА,

Сиҙәкбаш ауылы.
Читайте нас: