Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2018, 18:50

«Волонтер булыу — бик шәп!»

Анна Михайлова ярҙамға мохтаждарҙың барыһына ла ярҙам ҡулы һуҙырға теләй

Волонтер булыу — еңелме ул, әллә ауырмы? Сөнки волонтерҙар өсөн изгелек ҡылыу ул — көндәлек хеҙмәт, улар башҡа кешеләргә ярҙам итeр өсөн үҙҙәренең ваҡыты, белеме, энергияһы менән уртаҡлаша.

Кесе Сиҙәк ауылынан «Йәш Гвардия» активисы Анна Михайлова әле һигеҙенсе класта уҡығанда уҡ волонтер була. «Вектор» йәштәр үҙәге белгестәре ярҙамы менән ҡыҙ үҙе өсөн яңы булған эшсәнлеккә тиҙ тартыла. Һәм мәшәҡәттәр башлана... Конкурстар, акциялар, мохтаждарға ярҙам күрһәтеү — бер һүҙ менән әйткәндә, волонтерлыҡ Аннаның тормышына ныҡлап үтеп инә, уны айырым мәғәнә менән тултыра.

— Волонтерҙар рәтенә инергә Ерекле ауыл Советы ауыл биләмәһенең йәштәр менән эшләү буйынса белгесе Сергей Семенов тәҡдим итте, — ти Анна. — Төрлө саралар, экологик акция ойоштороп үткәреүҙә ҡатнаштым, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Михаил Федотович Ивановҡа ярҙам күрһәттем. Быйыл йәйгеһен, волонтер булараҡ Дим йылғаһы буйлап йөҙҙөм, ауыл Мәҙәниәт йортонда балалар майҙансығы ойоштороуҙа ҡатнаштым. Минең дуҫтарым күп. Кешеләр мелән аралашып, минең тормош тәжрибәм дә байый.

Аннаның башҡаларға ярҙам итеүен уның яҡындары ла уртаҡлаша. Атаһы Сергей Николаевич Афғанстанда ҙуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашҡан, хәҙер хаҡлы ялда. Әсәһе Елена Владимировна урындағы мәктәптә химия, биология hәм инглиз теле уҡыта. Ағаһы Александр контракт буйынса армияла хеҙмәт итә.

Анна бала саҡтан уҡ спорт, бейеү менән мауыҡҡан, рәсем төшөрөүгә маһир. Төрлө һүрәт төшөрөү буйынса уҙғарылған конкурстарҙа призлы урындар яулаған. Мәктәптә яратҡан фәндәре йәмғиәт белеме, тарих hәм физкультура булған. Кесе Сиҙәк дөйөм белем биреү мәктeбенең 9-сы класын тамамлағас, статистика, информатик аһәм иҫәпләү техникаһы колледжына уҡырға инә. Волонтерлыҡ эшсәнлеген киләсәктә лә дауам итергә теләй.

— Минең девизым: «Әгәр һин беҙҙең дoньябыҙҙың аҙ ғына булһа ла, шәфҡәтле булыуын теләйһең икән, үҙең дә изгелек ҡыл». Изгелекле эштән башҡа бер көн дә йәшәй алмайым.. Был миңә үҙ-үҙем менән ҡәнәғәтләнеү хисе килтермәй. Тирә-яҡтағыларға аҙ ғына булһа ла изгелек эшләргә ынтылам, — ти Анна. — Яуап итеп уларҙың йылмайуҙарын һәм бәхетле йөҙҙәрен күрәм, рәхмәт һүҙҙәрен ишетәм. Волонтер булыу — бик шәп!

Ирина ФОМИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: