«Хәүефһеҙ бала саҡ» квесты күп шатлыҡ һәм уйын-көлкө өҫтәне. Сарала ҡатнашыусылар үҙҙәрен янғын һүндереүсе, ҡоткарыусы hәм полиция хеҙмәткәре ролендә һынап ҡараны, уларҙың техникаһына, кәкәк-яраҡтарына ҡағылды, кеше сәләмәтлеге һәм ғүмере һағында тороусы һөнәр эйәләре менән аралашты. Һәр кем тормош эшсәнлеге ҡағиҙәләре һәм хәүефһеҙлек саралары тураһында, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса белемдәрен, үҙҙәренең физик мөмкинлектәрен тикшереп ҡараны.
Ғаилә ял көндәре сиктәрендә «Файҙалы ял һайлайбыҙ!» республика акцияһы булып үтте. Яңы уҡыу йылы алдынан Балалар ижады үҙәге, Балалар сәнғәт мәктәбе, «Елкән» спорт мәктәбе һәм балалар китапхаһына ҡунаҡтарға ижади, интеллектуаль, спорт секциялары hәм түңәрәктәрҙең төрлөһөн тәҡдим итте. Акцияла ҡатнашыусылар балаларға пластилин менән картина эшләүҙе, сағыу квиллингты үҙләштереүҙә, сәйлән оҫталығы нигеҙҙәрен һәм спорт йүнәлештәре: йөҙөү, волейбол, баскетбол менән танышырға ярҙам итте. Ата-әсәләр һәм балаларҙың ижади эштәре күргәҙмәһендә булды, Балалар ижады мәктәбе педагогтарының сығышын тыңланы һәм барыһы ла бергәләп йырҙар йырланы.
Башкортстан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы hәм «Ғаилә» көнбайыш район-ара Дәүләт бюджет учреждениеһының Бишбүләк районы буйынса бүлексәһе «Мәктәпкә йыйынырга ярҙам ит» хәйриә акцияһы сиктәрендә хәйриә ярҙамы күрһәткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерә. Былар: ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙән балаларға канцелярия тауарҙары төрөндә адреслы ярҙам күрһәтеүсе эшҡыуарҙар Наил Суфиянов («Суфаэль» рестораны), Зөмәйрә Файзуллина (ИП Файзуллин А.Б. етештереү цехы), Елена Николаева, Айгөл Бәхтиәрова, Ирина Леонова («Школьник» магазины); район мәктәп hәм балалар баҡсалары коллективтары. «Әйберҙәр банкы»нан файҙаландыҡ һәм 80-дән ашыу ғаиләне мәктәпкә әҙерләнек. Барығыҙға рәхмәт белдерәбеҙ, ныҡлы һаулыҡ һәм сәскә атыуығыҙҙы теләйбеҙ! Һеҙҙең изгелегегеҙ йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын.
«Ғаилә» көнбайыш район-ара Дәүләт бюджет учреждениеһының Бишбүләк районы буйынса бүлексәһе мөдире.