«100 көн дауам итәсәк конкурстың һуңғы этабында төрлө тел бүлегенән теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Был юлы, алдағы этаптарҙағы кеүек, Qolcomaq азербайжан бүлеге мөдире беренсе булып эш башланы һәм Шаран районының Аҡбарыҫ ауылы тураһында мәҡәлә яҙҙы. Ул туған телендә Башҡортостандың тораҡ пункттары тураһында мәҡәләләр яҙыуын дауам итә. Тәүге өс көн эсендә башҡорт телендә 30 мәҡәлә яҙылған һәм яҡшыртылған, ә рус телендә «Башҡорттарҙың хәрби тарихы» энциклопедияһы хаҡында мәҡәлә барлыҡҡа килгән. Алдағы дүрт этапта марафонға 3730 мәҡәлә, уларҙың 2611-е өсөнсө һәм дүртенсе этаптарҙа ҡабул ителгән, әгәр тупланған тиҙлекте бишенсе этапта кәметмәгәндә, 5000 мәҡәләгә етергә мөмкин», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм Нурыев.