Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Сентябрь 2018, 18:40

Реаль ярҙам күрһәтелде

Акция сиктәрендә алты миллион һумдан ашыу аҡса түләнгән

1 сентябрь алдынан Рәсәй Федераль суд приставтарының Башҡортстан Республикаһы буйынса идараһының суд приставтары йыл һайын yткeрелә торған традицион «Баланы мәктәпкә йый» акцияһында ҡатнашты.

Сара йәмәғәтселек иғтибарын алимент проблемасына йәлеп итеүгә, бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын һәм ихтыяждарын яҡлауҙы тәьмин итеүгә, етем hәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгәйне..

Балаларҙы тәьмин итеү һәм хоҡуҡтарын яҡлау, алименттарҙы түләттереү тураһында суд ҡарарҙары талаптарын башҡарыуҙың эффектлылығын hәм сиатын үҫтереү маҡсатында республиканың суд приставтары алимент түләүселәрҙең матди хәлен тикшереү маҡсатында көн һайын уларҙың йәшәү урындарында булды, ойошмаларҙың бухгалтерияларында бурыслыларҙың хезҙмәт хаҡынан алимент бурысы буйынса ваҡытында hәм тулы күләмдә тотоп ҡалыуҙарын тикшерҙе, башҡа мәжбүри түләтеү саралары ҡулланды.

Акция сиктәрендә Рәсәй Федераль суд приставтарының Башҡортстан Республикаһы буйынса идараһы хеҙмәткәрҙәре ведомствоның структура бүлексәләрендә тематик Асыҡ ишектәр көнө, балалар йорто, мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәре өсөн хәйриә саралары үткәрҙе, мәктәп кәрәк-ярағы йыйып, балалар баҡсаларына һәм күп балалы гаиләләргә тапшырҙы, дөйөм күләм мәғлүмәт сараларында актив сығыш яһаны.

Акцияның һөҙөмтәһе ул — һандар ғына түгел, ә инвалид балаларға, етемдәргә, ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балаларға, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән hәм ауыр тормош хәлендә ҡалған тулы булмаған ғаиләләрҙән балаларға яңы уҡыу йылына әҙерләүҙe, балаларын яңғыҙы тәрбиәләүсе ата-әсәләргә реаль ярҙам. Уларға битараф булмаған кешеләр көсө менән йыйылған мәктәп кәрәк-ярағы, форма, уйынсыҡтар, көнкүреш әйберҙәре hәм аҙыҡ-түлек тапшырылды.

Рәсәй Федераль суд приставтарының Башкортстан Республикаһы буйынса идараһы акцияға яуап биргән һәм унда ҡатнашҡандарҙың һәммәһенә рәхмәт белдерә. Һеҙҙең тырышлыҡ менән проблемалы балалар өсөн 1 сентябрь яҡты байрам булды, сөнки улар иғтибар һәм хәстәрлек күрҙе, яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә шаҡтай ярҙам алды.

Суд приставтары ата-әсәләрҙе үҙ балалары ҡаршыһында бурыстарын иҫтә тоторға саҡыра. Теләге булған hәр кем Интернеттан файҙаланып, уның түләнмәгән бурысы барлығы-юҡлыгы тураһында белә ала, уны ваҡытында түләү һеҙҙең торшоғоҙға суд приставтары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашыуын булдырмаясаҡ.. Yҙ бурыстарығыҙға иғтибарлы булығыҙ! Был турала түбәндәге сайттан тулыраҡ белә алаһығыҙ: http://www.r02.fssprus.ru/iss/ip/

Рәсәй Федераль суд приставтарының Башкортстан Республикаһы буйынса идараһы.
Читайте нас: