Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Сентябрь 2018, 18:16

Һәр яҡлап өлгө булырҙай ғаилә

Районды «Yрнәк ал» республика конкурсында Евгений hәм Анастасия Денисламовтар ғаиләһе тәҡдим итте

Иң ижади һәм социаль актив гаиләгә «Өлгө ал» конкурсының беренсе туры старт алды. Конкурсты Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт hәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, БР «Башҡортостан» Телерадиокомпанияһы Дәүләт унитар предприятиеһы ойоштора. Беҙҙең районды әлеге конкурста Бишбүләктән Денисламовтар ғаиләһе тәҡдим итә.

Ҡыҙҙары Анна, София, Надежда hәм Милена —был парҙың иң ҙур шатлығы, уларҙың өйҙәрендә hәр ваҡыт балаларҙың шат тауыштары яңғырай. 2014 йылда Евгений менән Анастасия балаларын тәрбиәләү буйынса намыҫлы эштәре, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙа башҡарған эштәре, ғаиләнең иң яҡшы традицияларын һаҡлаған һәм үҫтергән өсөн район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән билдәләнгән.

Уларҙың копилкаһында изгелекле эштәр күп. Денисламовтар йәшәгән «Төньяҡ» микрорайонында Яңы йыл алдынан төрлө әкиәт геройҙары hәм биҙәлгән шыршы менән тулы ҡар ҡаласығы барлыҡҡа килгәйне. Ҡар ҡаласығын төҙөүҙең инициаторҙары Денисламовтар гаиләһе булды. Улар үҙҙәренең өлгөһөндә күршеләрҙе берләштерҙе, улар шундай кәрәкле эштән ситтә ҡалманы. Яҡын-тирәләгәге балалар яҙ еткәнсе тау шыуҙы. Ә унан һуң әлеге урында «Төньяҡ балҡышы» балалар уйын майҙансығы барлыҡҡа килде. Бында тағандар, турниктар, волейбол сеткаһы, баскетбол майҙансығы, таусыҡ, кескәйҙәр өсөн ҡомлоҡ урынлаштырҙылар. Әйтергә кәрәк, майҙансыҡ сағыу төҫтәргә буялған покрышкалар менән уратып алынған. Һeр кис майҙансыҡҡа бихисап бала-саға йыйыла. Бынан тыш, Денисламовтар хәйриәлек менән дә шөғөлләнә. Ә күптән түгел Йәштәр көнөн билдәләгәндә, йәш пар конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Бишбүләкте тыңлаған» төркөмө ойошторған «ПвБныn йыл пары» номинацияһында дипломға лайыҡ булды.

Беренсе этап сиктәрендә 13 сентябрьҙән алып 20 сентябргә тиклем Интернет селтәренең конкурс битендә ҡулланыусыларҙың халыҡ тауыш биреүе юлы менән «Оҡшай» билдәһен иң күп йыйған 30 пар асыҡланасаҡ.

Ижади hәм социаль актив аиләгә телeктәшлек белдерәйек. Денисламовтар ғаиләһенең социаль актив эшсәнлеге тураһында http://vk.com/wall230972610_669 сайтында авторлыҡ видеоматериалды ҡарарға hәм уларға үҙегеҙҙең лайк hәм репосттар менән ярҙам итергә мөмкин.

Ирина ФОМИНА,

Фото Денисламовтарҙың ғаилә архивынан.
Читайте нас: