Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Сентябрь 2018, 18:18

Тәмле бешереү – ҙур оҫталыҡ талап итә

«Марс» кооперативынан Әлфия Евдонкинаның ашнаҡсы стажы - 35 йыл

Ауылда йәшәүсе кеше теләһә ниндәй ауыр физик эште бары туҡ килеш кенә башҡара ала. Был урып-йыйыу ваҡында айырыуса актуаль.

— Кооператив ашханаһында һигеҙ йыл эшләйем инде, — ти ғаиләһе менән Дүсән ауылында йәшәүсе Әлфиә Радик ҡыҙы. — Уға тиклем 27 ел Yзбәкстанда ҡайнар плита янында торҙом. Ата-әсәйҙәрем бында комсомол путевкаһы буынса килгән. Унан һуң ҡояшлы hәм матур яҡта тороп ҡалғандар, унда ике туғаным hәм мин тыуғанбыҙ. Yзбәкстанда Комсомольск-Амур ҡалаһында тыуып-үҫкән яғымлы егет — Евгений Евдонкинды осраттым.

Yҙгәртеп ҡороу елдәре, Советтар Союзы таралыу ул яҡтағы ҡәҙимгесә барған тормошто тамырынан үҙгәртте. Төп булмаған халыҡты нигеҙһеҙ ҡыҫырыҡлау башлана. Шул ваҡытта Әлфиәнең әсәһе Сәғиҙә Рәхмәтулла ҡыҙы ире, ҡыҙы hәм кейәүен Башҡортостанға ҡайтырға өгөтләй.

— Ашханала совет заманындағы кеүек ауыл хужалығы кооперативы ағзалары бушлай туҡлана, — тип йылмып, ашханаға килеүселәрҙе һыйлай Әлфиә Евдонкина. — Барлыҡ продуктты хужалыҡ келәтенән алам, ярма hәм макарондарҙы магазиндан һатып алам. Көн һайын урып-йыйыу эштәрендә ҡатнашҡан 15 — 20 кеше өсөн ҡайнар төшкө һәм киске аштар әҙерләйем. Yҙ эшемде яратам. Йәйгеһен ейәнсәрем Милана ярҙам итә.

Тормыш иптәшем хужалыҡта һөтсөлөк-тауар фермаһы мөдире hәм һауынсы булып эшләй. Фермала яҡшы хеҙмәт тәртибен булдырыуҙа, hис шикһеҙ, уның өлөшө лә бар. Беҙ Үзбәксатндан тыуған районға ҡайтыуыбыҙға һис кенә лә үкенмәйбеҙ.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.
Читайте нас: