Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Сентябрь 2018, 18:10

Урман һағында тора

Бишбүләк участок урмансылығының техник участогы мастеры Илгиз Әхмәтов урман хужалығында 15 ел эшләй

Илгиз Әхмәтовҡа бала саҡтан уҡ урманда булыу hәм ундағы кейек-йәнлектәрҙе күҙәтеү, табиғәттә булыу оҡшаған. Әле мәктәп йылдарында уҡ ул буласаҡ hөнәрен һайлаған. Ҡыңғыр-Мәнәүез урта мәктәбен тамамлағас, һис ниндәй икеләнеүһеҙ Өфө урман-техник техникумына уҡырға инә. Бер йыл уҡығандан һуң, егетте армияға саҡыралар. Хәрби хеҙмәтте ул Көнбайыш Украинала стратегик билдәләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә үткән.

Армиянан һуң Илгиз Файыҡ улы уҡыуын дауам итә һәм техникумды уңышлы тамамлай. Йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Дыуан урман хужалығына урман әҙерләү мастеры итеп эшекә ебәрәләр. Тиҙҙән ул тыуған яғына әйләнеп ҡайта, Бишбүләк урмансылығында урмансы булып эшләй башлай. 90-сы йылдар аҙағында ил өсөн еңел булмаған осор булды, был йылдарҙа барыһына ла ауырға тура килде. Илгиз Әхмәтов урындағы колхозға эшкә урынлаша, әммә оҙаҡламай ул тарала. Бер нисә йыл Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылының балалар hәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютында хужалыҡ мөдире hәм водитель булып эшләп ала.

2009 йылда Илгиз Файыҡ улы үҙенең яратҡан һөнәренә әйләнеп ҡайта. Бишбүләк урман хужалығында урман мастеры булып эшләй башлай. Ул урманда йәшәй тиерлек — иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем үҙенең күпселек ваҡытын урманда үткәрә.

— Миңә эшем оҡшай, ошо һөнәрҙе һайлағанға үкенмәйем, — тип йылмая Илгиз Файыҡ улы. — Беҙҙең төп бурысыбыҙ — урманды һаҡлау hәм ҡарау. Йәш урман полосаһы үҫтереү менән шөғөлләнәбеҙ - ағастар ултыртабыҙ, ағастар нығынғас, уларҙы һирәкләйбеҙ, Өфө йыһаз заводына ебәрергә урман, һатырға һепертке, утын әҙерләйбеҙ — барлыҡ эште һанап бөтөрөрлөк түгел.

Урман Илгиз Әхмәтов өсөн тыуған йорто, бында уға барыһы ла яҡын hәм таныш. Урманға һағында тороу уның өсөн һөнәр генә түгел. Урман өсөн ул ҡайғыртыусан хужа һәм ышаныслы ярҙамсы. Үҙ эшенә биреолгән ир-ат һәр көн урман байлыҡтарын арттырыусы күркәм эш башҡара.

— Yҫеп килеүче ағастарҙы күреп, күңел шатлана, сөнки унда бер нисә йылдан һуң ысын урман шаулаясаҡ, — ти Илгиз Файыҡ улы. — Беҙ урман байлыҡтарынан файҙаланабыҙ, шуға күрә уны киләсәк быуындар өсөн һаҡлау бик мөһим.

Ирина ФОМИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: