Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Сентябрь 2018, 14:56

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме тапшырылды

Ришат Төхвәтуллин «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Кисә уға награданы республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тапшырҙы.

«Ғүмеремдең ҙур өлөшөн юлда, бөтә Рәсәй буйлап концерттар менән гастролдәрҙә уҙғарам. Арып-талып, әммә һағынып, тыуған Башҡортостаныбыҙға ҡайтабыҙ. Мин республиканың Туймазы районында тыуғам, Октябрьский музыка училищеһында Ғәлиә Закир ҡыҙы Мусина ҡанаты аҫтында төплө белем алдым. Уға була Өфө сәнғәт институтына уҡырға индем. Унда профессор Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова ҙур белем бирҙе, — тине йырсы бүләкләү тантанаһында. — Сәхнәлә тәүге аҙымдарымды тыуған Туймазы районында яһаным. Унда миңә райондың элекке башлығы Рәшит Хөснулла улы Хәйруллин ныҡ ярҙам итте. Миңә бөтә эштә ярҙам күрһәткән халҡыма, хеҙмәтемә баһа биргән республика етәкселегенә оло рәхмәтемде белдерәм».

Артист сараға йыйылғандарға йыр бүләк итте.

Ришат Төхвәтуллин – башҡорт һәм татар эстрадаһының популяр йырсыһы, Рәшит Ваһапов исемендәге Халыҡ-ара татар йыры фестиваленең йәш башҡарыусылар конкурсы лауреаты.
Читайте нас: