Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Сентябрь 2018, 16:18

Мөхәббәт һәм тоғролоҡ билдәһе

60 ел бергe мөхәббәттә hәм татыулыҡта йәшәүсе ир менән ҡатын hәр ваҡыт һоҡланыу һәм хөрмәт уята

Уртаҡ тормоштоң алтмышынсы юбилейы халыҡта матур исем алған — бриллиант туй. Уны шаҡтай һирәк билдәләйҙәр, сөнки парлыларҙың барыһы да был мөһим датаға ҡәҙәр йәшәй алмай.
Александровка ауылынан ирле-ҡатынлы Иосиф Ефремович менән Рита Сергеевна Борисовтар тормыштоң оҙон юлын ҡулға-ҡул тотоношоп үткән. Улар икеһе лә бер ауылда тыып-үҫкән, биш йыл бер мәктәптә уҡыған. Артабан уҡыуын Иосиф Ефремович Киҫтәнле-Боғҙан ауылында, Рита Сергеевна — Ҡушйылға ауылында дауам иткән. Ваҡыт үткән. Йәш егет хеҙмәт итеп, тыуған яғына ҡайта. Әсәһе уны өйләнергә өгөтләй. Бер ваҡыт ауыл йәштәре Рита Сергеевнаның өйөнә шашка уйнарға йыйыла. Улар араһында Иосиф Ефремович та була. Шул осрашыуҙан алып уларҙың тормыш романы яҙыла башлай.
Иосиф Ефремович менән Рита Сергеевна 1958 йылдың ғинураныда өйләнешә. Сыуаш йолаһы буйынса ҙур, күңелле туй үткәрәләр. Бөтә ауыл күңел аса, ишек алдары, урамдар буйлап дәртле йыр-моңдар ағыла.
Рита Сергеевна мәктәпте алтын миҙал менән тамамлай. Ләкин әсәһе ауырыу сәбәпле уҡыуын дауам итә алмай. Уларҙың ғаиләһендә һигеҙ бала, hәм уларҙы тәрбиәләшергә кәрәк була. Хужалыҡ буйынса бар эш йәш ҡыҙ елкәһенә төшә, шуның өсөн кесе йәштән үк Рита Сергеевна хеҙмәткә өйрәнгән һәм бер ниндәй ҙә эштән ҡурҡмаған. Уның барлыҡ хеҙмәт йылдары колхоз менән бәйле. Урып-йыйыу мәлендә ындыр табағында хеҙмәт иткән, баҫыуҙа таш йыйған, ҡараңғы дымлы подвалдарҙа бәрәңгене сорттарға айырған, һөт йыйыусы булып эшләгән, heр йыл һайын дүрт — биш гектар ерҙә шәкәр сөгөлдөр эшкәрткән.
Иосиф Ефремович мәктәпте тамамлағандан һуң, Бәләбәй ҡалаһында комбайнсыға уҡып сыға. Дүрт йыл һайын Калинин исемендәге колхозда комбайнсы булып эшләй, уңыш йыя, тәжрибә туплай. Унан һуң водитель таныҡлығы ала һәм руль артына ултыра. Водитель булып 12 йыл эшләй. Ҙур белемгә ынтылыу Иосиф Ефремовичты Аксен ауыл хужалығы техникумына алып килә, ул унда агроном hөнәренә эйә була. Унан һуң Шафранда ветеринарға уҡый. Хеҙмәт һөйөүсән һәм намыҫлы Иосиф Ефремович күп йылдар бригадир булып эшләй. Тәжрибәле белгесте коохозда юғары баһалайҙар. Пенсияға сыҡҡандан һуң, ул йәш быуынға үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашып, тағын биш йыл хужалыҡта эшләй.
Ирле-ҡатынлы Борисовтар — атҡаҙанған хеҙмәт ветерандары.
Дуҫ һәм татыу ғаиләлә алты бала тыуа. Балалар үҫеп, илдең төрлө мөйөштәренә тарала. Өлкән ҡыҙҙары Рима Тюмeндә йәшәй, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә йәшәй. Любовь районда ҡала, Ҡушйылға ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Улдары Валера Сахалинда диңгеҙ продукттарын эшкәртеүсе булып предприятиела эшләй. Ҡыҙҙары Вера менән Надежда тормыштарын укытыусы һөнәренә бағышлай, Приютта йәшәйҙәр һәм эшләйҙәр.
2008 йылда балалары Александровка ауылынан ҡаралты-ҡуралары менән ата-әсә йортон Приют поселогына кyсерә. Әлеге ваҡытта ирле-ҡатынлы Борисовтар кесе ҡыҙҙары менән йәшәй.
Ҡыҙҙары Надежда һүҙҙәре буйынса, йыш ҡына тыуған ауылдарындағы тормошто иҫкә алалар. Нисек яңы йорт төҙөгәндәр, ишек алды тулы мал аҫрауҙарын, аҙна буйы көтөү көткәндәрен иҫкә алалар. Ике-өс ғаилә йыйылып бесән сапҡандар, аҡланда төшкө аш әҙерләгәндәр. Колхозда эшләү йылдары hәм шулай уларҙың шатлыҡ, ҡайғы-борсолоуҙарын уртаҡлашыусы кешеләр, уларҙың хәтерҙәрендә яҡшы уйылып ҡалган.
Борисовтарҙың ҙур ғаиләһе йылына бер тапҡыр август айында бергә йыйыла. Был ваҡытта алыҫтан тугандарын күрергә улдары hәм туғандары Валера отпускка ҡайта. Өлкән йәштәге кешеләрҙең ысын байлығы — ете ейәне һәм бүлә-бүләсәре.
— Атай менән әсәй һау-сәләмәт — был иң ҙур бәхет. Атай-әсәй менән кәңәшләшмәйенсә бер эш тә башҡармайбыҙ, — ти кесе ҡыҙҙары. — Иртән уяныу менән ишетәм: күрше бүлмәлә атайым менән әсәйем талғын ғына һөйләшә. Тимәк, улар үҙҙәрен яҡшы яҡшы хис итә, яңы көнгә шатлана. Ә минең өсөн был ҙур шатлыҡ.
60 ел бергә мөхәббәттә hәм татыулыҡта йәшәүсе ирле-ҡатынлы Борисовтар, ысын-ысынлап бәхетлеләр, сөнки шунса йыл бергә йәшәргә бары тик бер-береһен ихтирам иткән кешеләр генә йәшәй ала. Уларҙың бәхете ғаилә тормошо тәжрибәһе ул — балалары, ейәндәре, бүлә-бүләсәрҙәре өсөн иң ҡиммәтле әйбер.
Наталья МИНАЕВА.
Автор фотоһы
Читайте нас: