Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Сентябрь 2018, 16:09

Йәйәүлеләргә һәм водителдәргә уңайлы буласаҡ

Бишбүләктең сауҙа нөктәләре алдындағы иң күп кеше йөрөй торған юл буйҙары тәртипкә килтерелә

Еңеү урамы буйынса бер рәткә урынлашҡан магазиндарға килеүселәр асфальт ҡатламының емерелгән участогына иғтибар итә һәм ҡат-ҡат юлсыларҙың эшенә ҡанәғәтһеҙлек белдерә. Тиҙҙән хәл кардиналь үҙгәрәсәк. Бында ремонт-төҙөлөш эштәре башланды.

— Әгәр элегерәк бындай ҙур булмаған участоктарҙа урындан урынға эре габаритлы техниканы күсереү уңайһыҙлығы арҡаһында соҡор-саҡырҙарҙы ямау менән генә сикләнһәләр, хәзер капиталь ремонтлаясаҡбыҙ, — ти район юл идараһының баш инженеры Мөнир Садеев. — Интенсив автомобиль хәрәкәте булған ерҙә соҡорҙарҙы ямау эше үҙен насар аҡлай.

Юл эштәре мастеры Марсель Әһлетдиновтың бригадаһы башта тигеҙләү ҡатламын әҙерләүҙе башҡарҙы. Уны сифатлы итеп эшселәр Радик Саяхов, Таhир Салихов, Рәмис Шәрәфуллин, Альберт Заhиҙуллин, КДМ аҫтына йыhазландырылған КамАЗ автомобиле водителе Нурфаяз Ғәйнетдинов hәм тағылма механикалаштырылған МТЗ-82 тракторында Айрат Ғиззәтуллин башҡарҙы. Бында 438 квадрат метрға hәм район хакимиәте алдындағы 210 квадрат метрға асфальт йәйергә әҙерләнәбеҙ.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотосы.
Читайте нас: