Дим буйҙары
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Сентябрь 2018, 17:32

Иң яҡшы бейеүгә конкурс

ашҡортостан Республикаһының 100 йыллығына ҡарата иң яҡшы бейеүгә конкурс башланды. Еңеүсенең эшен 2019 йылдың мартында юбилей сараларында башҡаралар.

Конкурсты Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле иғлан иткән. Бейеү шулай уҡ ансамблдең 80 йыллығына арнала.

Күмәк башҡорт бейеүен ҡуйыусы балетмейстерҙар ҡатнаша ала. Бейеүҙәрҙе урында — республика район-ҡалаларындағы коллективтарҙа ҡуйырға кәрәк.

Конкурс өс турҙа уҙа. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество советы номерҙарҙы әҙерләгән урындарға барып ҡарай.

Бейеүҙәрҙе 2019 йылдың 21-22 ғинуарында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле сәхнәһендә тапшырыу ҡаралған.

Йөкмәткеһе һәм хореографик лексикаһы йәһәтенән иң үҙенсәлекле бейеү Ғәскәров исемендәге ансамбль репертуарына индерелә.

Ғаризаны 2018 йылдың 1 октябренә ҡәҙәр ебәрергә кәрәк: email: [email protected], [email protected]. Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 276-18-49, 8 (347) 276-18-19.
Читайте нас в