Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Сентябрь 2018, 18:27

Уңыштар, Графиня!

Рәмил Бәҙретдинов hәм уның Графиня исемле рус эҙәрлекләүсе эте Бөтә Рәсәй эзәрлекләүсе эттәрҙең һынауҙарына әҙерләнә

Республикала 15 сентябрҙән алып 28 февралгә ҡәҙәр һунар сезоны асылды. Райондың аусылар hәм балыҡсылар йәмғиәтендә һунар өсөн мылтыҡтарын теркәгән өс йөҙгә яҡын кеше бар. Әммә уларҙың бик аҙының ғына ишек алдарында махсус өйрәтелгән ау эте аҫрала. Ә таныҡлыҡтары һәм ярашлы рәсмиләштерелгән тоҡом мелән паспорттары — һирәк күренеш.

— Минең һунарсылыҡ стажым утыҙ йылға яҡын, — ти Айыт ауылынан хеҙмәт ветераны hәм стоматолог Рәмил Бәҙретдинов. —Ҙунарсылыҡ менән тоҡомло эттәр һатып алғас, ныҡлап мауыға башланым. Улар «БР Һунар этселеге йәмғиәтендә» иҫәптә тора hәм яҡшы нәҫелдән булыуҙары тураһында махсус белешмә hәм паспорттары бар.

Минең әңгәсем дүрт аяклы тәрбиәләнеүсеһен өйрәтеү серҙәре менән бик теләп уртаҡлаша. Уның ике һунар эте бар, улар Бишбүләк районы ветеринария станцияһында күҙәтеү аҫтында тора, барлыҡ прививкаларҙы hәм медицина тикшереүен ваҡытында үтә. Графиня ҡушаматлы аҡһыл-сепрәк төҫөндәге рус эзәрлекләү этенә ҙур өмөт бағлай. Уға апрелдә бер йәш тулған, ләкин уның инде һунар эттәре республика күргәҙмә-һынауҙарының төрлө дәрәжәләге өс миҙалы бар. Беренсе дипломын Графиня был йылдың майында Благовещен ҡалаһында эзәрлекләү эттәре ярышында алған. Ә бер аҙнанан Балтач районында шундай уҡ ярыштарҙа көмөш призер була. Аҡыллы эт июль аҙағында Октябрьский ҡалаһында алтын призға hәм кесе алтын жетонға, дипломға лайыҡ була. Эксперттар уға беренсе класс биреп, иң юғары балл ҡуя. Был рус эҙәрлекләү эте яҡшы еҫ һиҙеп hәм аяҡтары менән яҡшы эшләп кенә ҡалмай, ул ярыштан-ярышҡа оҫтара бара. Дәрәжәле күргәҙмә-ярыштарҙа hәр этте эксперттар ун дүрт номинация буйынса билдәләй. Һынауҙа эткә теүәл ике сәғәт бирелә. Ул йәшеренгән йәнлектең (ғәҙәттә, ҡуяндың) эҙен һиҙергә, көслө итеп өрөп, уны ҡыуып китергә, ә унан һуң тотоп, старт урынына әйләнеп ҡайтырға тейеш.

— Минең ҡул аҫтымда БР аусылыҡ урмандарының картаһы бар, унда һәр район унда йәшәүсе ҡырағай йәнлектәр һәм ҡоштар территориялары билдәләнгән, — тип дауам итә Рәмил Абзал улы. — Районда аусылыҡ урмандары юҡ, әммә район хакимиәте тарафынан эттәргә тренировка үткәреү өсөн махсус бүлеп бирелгән һунарсылыҡ участогы бар, унда атыу тыйылған. Был Бишбүләк менән йәнәшә урынлашҡан Ивановка урманы. Бында беҙ Графиня hәм Байкал менән йыш булабыҙ: аҙна һайын тренировкалар үткәрәбеҙ. Бының өсөн ябыулы тағылма hәм йомшаҡ тyшәмә менән «Нива» автомобилем бар. Старт алдынан hәр эттең муйынына навигатор беркетелгән муйынсаҡ бәйләнә, ул 15 километр радиуста эшләй. Аусыға уның этенең нисек хәрәкәт итеүе яҡшы күренә hәм үҙенең маршруты буйынса ниндәй йәнлекте ҡыуыуын самаларға мөмкин. Алыҫ араны күҙәтеү өсөн минең күкрәгемдә армия бинокле эленеп тора. Эттәрҙе саҡырып алыу өсөн һыбыҙғы ла, һунарсы борғоһо ла бар. Мин yҙемдең тәрбиәләнеүселәремде борғо тауышына шундуҡ кире әйләнеп ҡайтырға өйрәттем. Теләһә ниндәй һунарсыныҡы кеүек үк бер көбәкле мылтыҡ менән «вертикалка» бар. Миңә еңел бер көбәклеһе оҡшай. Һунар мәлендә атыуға ҡарағанда, эттәр менән эшләү ҙур ҡәнәғәтлек бирә.

Рәмил Абзал улы һунар эттәре менән яҡын киләсәктә үтәсәк яңы һынауҙар планы менән уртаҡлаша. 5 октярьҙә Ҡарағайға — Башҡортостандың Благовещен мелән Ҡариҙел райондары сигенә — сираттағы ҡыр һынауҙарында ҡатнашырға саҡыралар. 7 октябрҙә Киров өлкәһендә һунар эттәренең Бөтә Рәсәй ярыштары үтәсәк. Графиняның призерҙар рәтенә эләгергә лә мөмкинлеге бар. Ул бик тыңлаусан, уның физик мөмкинлектәре бик яҡшы, ул йәнлекте теләһә ниндәй арала етеҙ ҡыуыуы һәм яңғырауыҡлы өрөүе менән айырыла. Эттең өрөүен эксперттар «музыка» тип атай. Графиняныҡы ул тейеш булған туғыҙҙан 7,4 балл тәшкил итә. Эт йылы уға ла һунарҙа, күргәҙмәләрҙә hәм теләһә ниндәй төрҙәге һанауҙарҙа уңыш алып килһен.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы
Читайте нас: