Дим буйҙары
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Сентябрь 2018, 16:56

Һалҡын һыуҙың ҡабатланмаҫ тәме

Баҙлыҡ ауылына инеү юлындағы шишмә төҙөкләндерелә

Боронғо замандарҙа уҡ бөтә юлдар һәм ат тракттары инеш һәм шишмәләр янынан уҙған булған. Улар оҙон юлды еңеләйткән. Хәл керетә торған һыу арыуҙы бөтөрөргән һәм яңы көс биргән. Әлеге традиция күпмелер дәрәжәлә хәҙер ҙә һаҡлана. Биттәрен сайҡап алыу һәм таҙа һыу эсеү өсөн кешеләр һыу сығанаҡтары янына туҡтала. Бындай күренеште Бишбүләк-Өфө маршруты буйынса Баҙлыҡ ауылы йүнәлешендә күрергә була. Ауылдан сығып киткән ерҙә йомшаҡ һәм таҙа һыулы шишмә бар. Уның тәме һәм сифаты хаҡында ситтә лә киң билдәле. Һыуҙы эсеү һәм аш-һыу әҙерләү өсөн ауыл халҡы ғына түгел, ә йыш ҡына ошо юлдан үтеүсеселәр ҙә шешәләренә һәм канистрҙарына тултырып ала.

- Әлеге шишмә яҡын-тирәләге торлаҡ пункттарында йәшәүселәр араһында ҙур популярлыҡ менән файҙаланыла, әммә ул бигүк төҙөк түгел, - ти Баҙлыҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Юрий Васильев. – Бында беседка бар, һуҡмаҡ һалынған, һыу ағыр өсөн торба ҡуйылған. Төҙөкләндерелгән шишмәләрҙең һаны йылдан-йыл арта: рәсми рәүештә өс тиҫтәнән ашыу һыу сығанағы асылған. Оригиналь биҙәлеш, дизайн һәм эшләнгән эштәрҙең масштабы шатландыра һәм һоҡландыра. Беҙҙең шишмәбеҙ матур итеп төҙөкләндерелергә тейеш. Бигерәк тә шуның өсөн - ул һәр ваҡыт күҙ алдында, ә ҡайҙалыр кеше күрмәгән урында түгел. Беҙ әлеге проблеманы тикшерҙек һәм эш урынынан ҡуҙғатылды. Беҙгә район хакимиәте ярҙам күрһәтте. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программаһы буйынса төҙөкләндереүгә аҡса бүленде. Күптән түгел шәхси эшҡыуар Илсур Ғәлимовтың төҙөлөш бригадаһы эшкә тотондо. Илсур Азат улы төҙөлөш материалдары менән техника бүлде. Урындағы ғибәҙәтхана руханийы Дионисий атаҡай уны асҡандан һуң изгеләштерергә һәм йәнәшәлә һыуға сумыу урыны яһарға тәҡдим итте. Урындағы аҡһаҡалдар асфальт юл буйлап оҙон менеү юлын Оҙон үҙән тип атай, ә шишмәнең атамаһы бер ҡасан да булмаған һәм әле лә исеме юҡ. Күрәһең, беҙгә шишмәнең иң яҡшы атамаһына конкурс иғлан итергә тура килер, барыһы ла уның файҙалы сифатттары тураһында белһен өсөн, һыу сығанағының һыуын экспертизаға ебәрәсәкбеҙ.

Владимр Смолов,

Автор фотоһы.
Читайте нас: