Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Сентябрь 2018, 17:12

Башҡортостанда мәҙәни үҙәк төҙөлә

Белоретта яңы күп функциялы мәҙәни үҙәк төҙөлә. Бюджет инвестициялары буйынса Эксперт совет барышында ҡабул ителгән ҡарар тураһында төбәк Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов хәбәр итте.

Бынан тыш, республиканың Федоровка районы Федоровка ауылында район мәҙәниәт йортон яңыртыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Алдан ошо тораҡ пункттарында мәҙәниәт йорттары менән мәсьәләне Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов хәл итергә ҡушҡайны, тип хәбәр итте Премьер-министр.

— Республика Башлығының тейешле йөкләмәләре булды, хәҙер улар ғәмәлгә ашырыла, — тип билдәләне Рөстәм Мәрҙәнов. — Проектлауға аҡса бүленгән.

Бюджет инвестициялары буйынса Эксперт совет ултырышы барышында башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Атап әйткәндә, Өфөлә Дуҫлыҡ монументы эргәһендә урынлашҡан һәм Ағиҙел йылғаһы буйы менән сиктәш булған парк комплексын реконструкциялау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Шулай уҡ Хәйбулла районында һыу тәьминәте һәм ҡулланған һыуҙы түгеү өлкәһендә объекттар яңыртыласаҡ һәм Мәсетле районында йылға үҙәндәрен төҙәйтеү эштәре башҡарыласаҡ. Һуңғыларҙың кәрәклеге райондың бер нисә тораҡ пунктында ярҙарҙың йыуылыуы менән бәйле.
Читайте нас: