Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Сентябрь 2018, 17:00

Көҙгө урманға экскурсия

Балаларға күпме яңы тәьҫорат, һоҡланыу һәм шатлыҡ алып килде

Урамда сентябрь, яңы уҡыу йылы башланды. Көҙ башында һауа торошо әле йәйге һымаҡ йылы. Ҡояшлы йәй тураһында иҫкәртеп, ҡояш яғымлы яҡтырта, күк йөҙө зәп-зәңгәр. Йыл һайын көҙ көнө балалар менән урманға экскурсияға барабыҙ. Физик культура инспекторы Татьяна Григорьева һәм мин балалар менән көҙгө урманға сығырға ҡарар иттек. Экскурсия алдынан юл йөрөү, урманда үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөк.

Һәм бына беҙ урман аҡланында. Бында иҫ киткес матур. Балалар менән бергә һәр көн тирә-яҡ тәбиғәт күренешенең үҙгәреүен билдәләнек, матурлығына иғтибар иттек. Балалар, тын да алмайынса, аяҡ аҫтында япраҡтар ҡыштырҙауын тыңланы. Унан һуң көҙгө ваҡ-төйәк әйберҙәр һәм бәйләмдәр яһау өсөн япраҡ йыйҙы, хәрәкәтле уйындар уйнаны. Ҡамҡа менән күбәләк ҡортон нисек ҡыҙыҡһынып ҡаранылар!

Был мауыҡтырғыс сәйәхәт балаларҙың иҫтәрендә ҡалыр, һәм улар яңына бында килергә әҙер.

Наталья Ахунова,

Бишбүләк ауылы “Торнаҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.


Читайте нас: