Улар балалар баҡсаһына 1981 йылда, мин үҙем саҡ йөрөй башлағанда килде, һәм уларҙы йәш, үҙ эштәренә мөкиббән киткән кешеләр итеп хәтерләйем. Хәҙер инде балалар баҡсаһына мин икенсе улымды йөрөтәм. Эшләү дәүерендә икеһенең дә бай практик тәжрибәһе һәм бик ҙур педагогик оҫталығы тупланды. Илмира Рәшит ҡыҙының кенәгәһендә бары тик бер генә яҙыу: “Дим балалар баҡсаһына эшкә алынды”. Галина Георгиевна иһә Дим урта мәктәбен тамамлағас, Антоновка башланғыс мәктәбендә бер нисә йыл эшләп ала. Әлеге тәжрибә мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эшләгәндә лә ярап ҡуя.
Хеҙмәт коллективында улар хөрмәт ҡаҙанған, уларҙы яраталар һәм ихтирам итәләр. Галина Георгиевна менән Илмира Рәшит ҡыҙы һәр көн кескәйҙәргә йөрәк йылыһын өләшә. Мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эштәрендә иннновацион методтар һәм алымдар ҡулланыусы инициативалы, ижади педагогтар һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндә.
Беҙҙең тәрбиәселәребеҙ тыныс, мөләйем, кәйефтәре һәр саҡ күтәренке, кескәйҙәрҙе яраталар, һәм улар ҙа шулай уҡ яуап ҡайтара: балалар баҡсаһына ҙур теләк менән йөрөй, барлыҡ сараларҙа актив ҡатнаша. Галина Георгиевна – ижади кеше, балаларҙы шиғриәткә, халыҡ ижадына ылыҡтыра, йыр-моңға өйрәтә. Илмира Рәшит ҡыҙы иһә юл йөрөү ҡағиҙәләрен сағылдырған мөйөш өсөн яуаплы. Тәрбиәселәр ата-әсәләрҙе – балаларҙы тәрбиәләү һәм белем биреү эшендә төп ярҙамсылары менән эште оҫта ойоштора.
Улар ата-әсәләрҙе шулай уҡ балалар баҡсаһында уҙғарылған сараларға ла йәлеп итә. Тәрбиәселәр балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе берләштерә, төркөмдә үҙ-ара килешеүсәнлек, ышаныс һәм йылы мөхит тыуҙыра алды. Беҙҙең балалар баҡсаһында тап Галина Георгиевна һәм Илмира Рәшит ҡыҙы кеүек тәрбиәселәр эшләүенә шатбыҙ.
Тәрбиәселәргә һәм барлыҡ мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәренә яҡшы, тыңлаусан балалар, аңлай белгән ата-әсәләр, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, ә иң мөһиме ныҡлы һаулыҡ теләйем.
Ата-әсәләр исеменән Татьяна Иноземцова,