Дим буйҙары
+7 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
25 Сентября 2018, 09:18
республиканың 100 йыллығына «Башҡортостан тарихы биттәре» марафоны дауам итә
Өфөлә республиканың 100 йыллығына арналған муниципаль берәмектәрҙең «Башҡортостан тарихы биттәре» марафоны дауам итә.
2 октябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Бөрйән районы менән таныштырыу уҙа.
Сара программаһында – ойошмалар, предприятиелар һәм учреждениелар, халыҡ кәсептәре, декоратив-ҡулланма сәнғәте, сувенирҙар, умартасылыҡ продукттарын һатыу һәм милли аш-һыу күргәҙмәләре.
Программа район коллективтары һәм урындағы һәүәҫкәр артистар ҡатнашлығында ҙур концерт менән тамамлана. Киске сәғәт 7-лә башлана.
Шулай уҡ байрам сиктәрендә көндөҙгө сәғәт 2-лә филармония алдындағы майҙанда бал йәрминкәһе ойошторола. Барлыҡ теләүселәрҙең төрлө бөрйән балын һәм умартасылыҡ продукттарын һатып алыу мөмкинлеге була.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"