Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Сентябрь 2018, 17:13

Ә уларҙа нисек?

Пенсия ҡануниәте. Был өлкәлә Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла әленән-әле үҙгәрештәр булып тора. Үҫешкән илдәр уҙған быуаттың 80-се йылдарында уҡ пенсия йәшен арттыра башланы.

Рәсәйгә яҡын дәүләттәрҙә хаҡлы ялға сығыу ваҡытын күтәрҙеләр. Мәҫәлән, Молдовала һәм Азербайжанда ирҙәр — 65, гүзәл зат 63 йәштән пенсияға сыға. Әрмәнстанда ла ошо уҡ йәш билдәләнгән, тиҙҙән Ҡаҙағстанда ла шул кимәл тәғәйенләнәсәк. Беларусь Республикаһында хаҡлы ял ваҡыты 2017 йылдан ирҙәр — 63, ҡатын-ҡыҙҙар 58 йәшкә еткәнсе йылына алты айға арта бара. Ҡырғыҙстанда һәм Тажик­станда ла ошондай шарттар ҡуйылған.

Әйткәндәй, Беларустә һәм БДБ-ның башҡа илдәрендә өлкән йәштәге­ләрҙең үлем күрһәткесе Рәсәйҙән аҙ айырыла. 2022 йылдан Үзбәкстанда ла пенсия йәшен арттырырға ниәт­ләйҙәр. Уны 2027 йылға тиклем йылына алты айлап күтәрергә уйлайҙар. Һөҙөмтәлә көслө заттар — 63, ҡатындар 58 йәштән хаҡлы ялға оҙатыласаҡ.

БДБ илдәрендә лә совет ҡоро­лошонан һуң пенсия йәшен оҙайттылар. Хәҙер Грузияла гүзәл зат өсөн хеҙмәт дәүере — 60, ир-атҡа 65 йәш тәшкил итә. Балтик буйы илдәре — Эстония, Латвия, Литва — 2025 — 2027 йылдарҙа бөтәһе өсөн дә 65 йәшкә тиклем еткерергә иҫәп тота.

Евросоюздың ҡайһы бер үҫешкән дәүләттәре — Германия, Италия, Испания — яҡын йылдарҙа ир-атты ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла 67 йәшкә тиклем эшләтергә ниәтләй. Ә Данияла 2040 йылға пенсия йәше 70 йәш буласаҡ. Көнсығыш Европа илдәрендә хеҙмәткә яраҡлылыҡ ваҡыты оҙайтылды ла инде: Польшала — 65-кә, Чехияла 63 йәшкә тиклем.

Дәүләттәр ни өсөн бындай аҙымға бара һуң? Демографик ҡартайыу хеҙмәткә яраҡлы халыҡтың артыуына килтерҙе. Тап шуға ла күпселек илдәр хаҡлы ялға сығыу йәшен күтәрҙе, һәм был сәйәсәт дауам итә, сөнки пенсия иғәнәләре индергәндәр менән пенсия алыусылар нисбәте киҫкенләшә. Ошо маҡсаттан сығып, өлкән быуындың тормош кимәлен лайыҡлы итеү бурысы ҡуйыла.
Читайте нас: