Заманса шарттарҙа балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсегә талаптар бик юғары. Уларға яуап бирер өсөн, һәр яҡлап камил булыу кәрәк. К.Д.Ушинскийҙың педагог күпме уҡый, шул ҡәҙәр йәшәй, тигән һүҙҙәре бөгөнгө көндә айырыуса ҙур мәғәнәгә эйә. Өлкән тәрбиәсенең һөнәри оҫталығы, белеме, компетентлығы, педагогтарҙы үҙ идеялары менән мауыҡтырыу оҫталығына эйә булырға, замандан артта ҡалмаҫҡа тейеш – былар барыһы ла “Умка” балалар баҡсаһыһының өлкән тәрбиәсеһе Лариса Емельянова тураһында.
Педагогик процесс өсөн бөтә яуаплылыҡ өлкән тәрбиәсегә төшә. Эш сифаты өлкән тәрбиәсенең педагогия, психология, мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эшләү методикаһы мәсьәләләрендә ни дәрәжәлә һөнәри компетентлы булыуына бәйле. Лариса Владимировна даими рәүештә квалификация күтәреү курстарында үҙенең һөнәри дәрәжәһен арттыра, уҡытыу-методика материалын өйрәнә, педагогик советтарҙа, семинарҙарҙа, район методика берләшмәләрендә һәм төбәк конференцияларында тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
Мәктәптә уҡығанда уҡ, Лариса Владимировна педагог һөнәр һайлау тураһында уйлана. 1993 йылда ул Бәләбәй педагогия училищеһының “Мәктәпкәсә тәрбиә” йүнәлеше буйынса һөнәр үҙләштерә. Уны уңышлы тамамлағандан һуң, уҡыуын Өфө ҡалаһында Башҡорт дәүләт педагогия институтында дауам итә. 2001 йылда юғары белем алғас, тыуған Бишбүләгенә ҡайта.
Мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә Лариса Владимировна 17 йыл эшләй. Ун йылдан ашыу “Дюймовочка” балалар баҡсаһында эшләй. 2013 йылда яңы “Умка” балалар баҡсаһы асылғас, Лариса Владимировна бында тәрбиәсе булып килә. Ул өс бала әсәһе, һум уның өсөн балалар – тормошонда иң мөһим мәшәҡәте һәм шатлығы.
Бөгөнгө көндә өлкән тәрбиәсенең төп эше ул – педагогик кадрҙар менән эшләү. Уның педагогик кредоһы - “Кем һинең педагогик тәжрибәңә мохтаж, барыһына ла ярҙам ит”. Лариса Владимировна педагогтарға семинарҙарҙа сығыш яһарға, сара һәм конкурстарҙа ҡатнашырға, аттестацияға әҙерләнеүҙә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер.
Беҙҙең балалар баҡсаһында һөнәри, ижади коллектив эшләй һәм быны призлы урындар, һөҙөмтәле эш өсөн Маҡтау грамоталары, педагогик күргәҙмәләрҙең иҫ киткес материалдары раҫлай.
Бишбүләк ауылы “Умка” балалар баҡсаһы мөдире