Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Сентябрь 2018, 18:11

беренсе курсҡа уҡырға алынған абитуриенттарҙың яртыһынан ашыуы — отличниктар

2018 йылда «отличниктар»ҙың яртыһынан ашыуы беренсе курсҡа алынған төбәктәр һаны өс тапҡырға тиерлек – 4-тән 11-гә тиклем артҡан.

Мәскәүгә, Санкт-Петербургка, Томскиға һәм Татарстанға быйыл Новосибирск өлкәһе, Ленинград өлкәһе, Краснодар крайы, Свердловск өлкәһе, Башҡортостан, Түбәнге Новгород һәм Төмән өлкәләре өҫтәлгән. Вуздарға ҡабул итеү сифатын күҙәтеү мәғлүмәттәре ошо хаҡта һөйләй.

Төбәктәр рейтингында Мәскәү өлкәһе лидер, унда юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү сифаты 76,5 балдан (2017 йылда) 78,4 балға тиклем (2018 йыл) артҡан, өҫтәүенә Санкт-Петербург вуздары менән һиҙелерлек айырма күренә (1,5 балл, былтыр иһә 0,4 балл). Шуның менән бергә Мәскәү вуздарына уҡырға ингәндәрҙең яҡынса 4,5% – өслөгә өлгәшеүселәр.
Читайте нас: