Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Сентябрь 2018, 19:27

Ярҙамға киләләр

Фермерҙар уңышты йыйып алыу ваҡытында һәр ваҡыт бер-береһенә ярҙам итә

Сентябрь аҙағына райондың барлыҡ крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында иген культураларын йыйып алыуҙы тамамланылар тиерлек. Ҡарабойҙайҙы, етенде һәм көнбағышты йыйып алаһы ҡалды. Ауыл хужалығында һәр шәхси эшҡыуарға үҙенең арсеналында ауыл хужалығы техникаһын тотоу файҙаһыҙ hәм мөмкин түгел тиерлек. Шуға күрә улар кооперативтарға берләшәләр һәм бер-береһенә ярҙамға киләләр. Yҙ-ара ярҙам итеүҙең асыҡ миҫалын беҙ Ҡунаҡҡол ауылына барғас күрҙек. Бында малсылыҡ hәм yҫемлекселек менән шөғөлләнеүсе бер нисә крәҫтиән хужалығы эшләй. Р.С.Вахитов хужалығының йыйып алынған һолы баҫыуында райондың крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы рәйесе менән был ергә килеүебеҙгә һуңғы яҫмаларҙы йыялар ине. Баҫыу буйлап «Палессе» иген йыйыу комбайны килә ине, ә урман полосаһы янында уны ЗИЛ-554 автомобиле көтөп тора. Йөк машинаһы водителе комбайн кабинаһында ултыра ине.

— Мин өсөнсө йыл Ҡунаҡҡолда эшләйем, — ти фермер Таhир Минәхмәтовта эшләүсе комбайнсы Степан Антонов. — Бындағы фермерға уның үтенесе буйынса ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә комбайн менән килдем. Ҡоро йыл иген культуралары, айырыуса һолоноң уңышы үҙен аҡламай. Түбән урындарҙа комбайн ҡалын яҫмаларҙы һиҙеп, шунда уҡ көсөргәнешле эшләй башлай, ә һөҙәк урындарҙа башаҡ яртылаш буш.

— Ринат Самат улы кисектергеһеҙ башҡарыуҙы талап иткән эштәр менән мәшғүл. Шуға күрә мин уның урынында, — тип әңгәмәгә ҡушыла автомобиль водителе Ҡунаҡҡолда йәшәүсе Динар Фәттәхов. — Мин дә yҙемдең үҙбушатҡысымда Вахитовҡа шундай уҡ ярҙам күрһәттем. Мин, ниhайәт, фермер булырға hәм ауыл хужалығы менән шөғөлләнергә ҡарар иттем.Yҙ эшемде үҫтереү, һыйыр малы hәм техника һатып алыу өсөн республика хөкүмәтенән грант алдым. Йәш фермер булараҡ, барыһына ла эш барышында өйрәнәм. Бына Степан Алексеевич комбайнсы оҫталығына өйрәтә.

Ысын күңелдән һөйләшкән һәм ихлас йылмайыусы, хеҙмәт һөйөүсе кешеләргә яҡшы теләктәр теләп, беҙ фермер хужалыҡтарының баҫыуҙарын әйләнеп, маршрут буйынса артабан ҡуҙғалдыҡ.

Владимир Смолов,

Автор фотоһы.
Читайте нас: