Бөгөн уҡ хәрби хеҙмәт ваҡыты тамамланған һалдаттарҙы, матростарҙы, сержанттарҙы һәм старшиналарҙы хәрби хеҙмәттән бушатыу башлана.
Быйылғы яҙғы саҡырылыш кампанияһына 128 мең кеше саҡырылды, тип хәбәр итә ТАСС. 2017 йылдың көҙгө саҡырылышына ғәскәрҙәргә 136 мең кеше йыйылды, ә уҙған йылдың яҙында 142 мең кеше саҡырылғайны.
Яҙғы саҡырылышта Башҡортостан егеттәренең байтаҡ өлөшө хәрби хеҙмәт итеү өсөн Көнсығыш хәрби округына юлланды – 1500 кеше. Үҙәк хәрби округына республиканан – 1200 кеше. Көнбайыш округына – 900-гә яҡын кеше, 200-ҙән ашыу һалдат – Көньяҡ округҡа, тағы 100 – Төньяҡ флотҡа. Яҙғы саҡырылышта Ҡораллы Көстәр рәтен Башҡортостандан бөтәһе биш меңдән ашыу кеше тулыландырҙы.
Йыйылыу пункттарында егеттәрҙе хәрби форма һәм несессер (махсус сумка), эҫе аш менән тәьмин итәләр.
Егеттәр алдағы кампаниялар барышында мотлаҡ рәүештә психологик тест үтте, саҡырыу комиссияларына йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡушылды, комиссия ултырыштарында саҡырылған егеттәрҙең ата-әсәләре булды.
Рәсәй армияһына саҡырыу фәнни һәм спорт роталарына йыйыуҙы, альтернатив хеҙмәтте үтеүҙе күҙ уңында тота.