Эшкә һәләтле йәштәге 1000 кешегә 1979 йылда 500 эшкә һәләтһеҙ кеше тура килгән, ә 2017 йылда – 683 кеше. Уларҙың күпселек өлөшө – ҡатын-ҡыҙҙар.
Өфөлә көтөлгән ғүмер оҙонлоғо 2017 йыл мәғлүмәттәре буйынса 73 йәштән саҡ күберәк тәшкил итә. Ирҙәр өсөн һуңғы йылдарҙа ғүмер оҙонлоғоноң артыуы күҙәтелә: +3,7 йыл, ҡатын-ҡыҙҙар +2,7 йыл.
Ҡалала халыҡтың үлеме кәмей: 2000 йылда был күрһәткес 1000 кешегә 12,3 процент тәшкил иткән, 2017 йылда – 10,8.
Эшкә һәләтлеләр иҫәбенән 2000 йылда 3833 кеше үлгән (һәр өсөнсө), 2017 йылда – һәр дүртенсе. Эшкә һәләтле йәштәге үлгән граждандар араһында 70 процентҡа яҡыны ирҙәр.
2017 йылға мәғлүмәттәр буйынса, Өфөлә 1 миллион 131 мең кеше йәшәй.