Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Октябрь 2018, 16:02

Өфөлә яҡын кешеләр менән Хушлашыу йорто асылды

Өфөнөң Көньяҡ зыяраты биләмәһәндә яҡын кешеләр менән «Муниципаль хушлашыу йорто» асылды. Үткән көндәрҙә бында тәүге матәм йолаһы уҙғарылды.

Ҡала хакимиәте йөкләмәһе буйынса төҙөлгән Хушлашыу йорто «Өфө ҡалаһы махсуслаштырылған хеҙмәтләндереү комбинаты» муниципаль бюджет учреждениеһының бюджеттан тыш аҡсаларына проектланған һәм һалынған.

Өфөнөң Махсуслаштырылған хеҙмәтләндереү комбинаты матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Хушлашыу йорто махсус бүлмәләрҙән һәм мәрхүм менән хушлашыу, йыназа уҡыу, һаҡлау һәм ерләр алдынан үлгән кешене әҙерләү өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған залдарҙан торған бер комплекс. Эске яғы һәм бүлмәләр биҙәлеше Европа стандарттары буйынса эшләнгән.

Хушлашыу йортонда йыназа уҡырға һәм иҫтәлекле даталар уҙғарырға мөмкин. Матәм залында республикабыҙҙағы төп конфессиялар: православие, мосолман, йәһүд диндәренә ярашлы кәрәкле атрибутика ҡаралған. Хушлашыу процесын матәм залында махсус уҡыған кеше алып бара.

Өфөнөң Махсуслаштырылған хеҙмәтләндереү комбинатында билдәләүҙәренсә, ҡала халҡының мәрхүм булған яҡындары менән заманса шарттарҙа һәм лайыҡлы кимәлдә хушлашыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде.
Читайте нас: