Дим буйҙары
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Октябрь 2018, 21:49

Өлкәндәр көнө үтте

Ҡаныҡай дөйөм урта белем биреү мәктәбендә Халыҡ-ара өлкәндәр көнөнә арналған ҙур сара үтте.

Шуныһы ҡыуаныслы – был байрам яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде. Ғүмерҙәрен балаларға белем биреүгә арнаған, лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән ветерандарыбыҙға мәктәп уҡыусылары шиғыр, йыр-бейеүҙәрен бүләк итте, шулай уҡ мәктәп тормошона бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә сәхнәләштерелде. Музыкаль яҡтан кисәне “Ынйы” вокал ансамбле, шулай уҡ мандолина, ҡумыҙ моңдары менән Флүзә Йәғәфәр ҡыҙы Батраева менән Мәрйәм Хәкимова биҙәне. Ҡотлау һүҙе менән директорыбыҙ Фәнүзә Әмирйән ҡыҙы Ғиләжетдинова сығыш яһаны һәм юбиляр уҡытыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Сираттағы осрашыу мәғариф ветерандары өсөн ихлас күңелдән аралашыу сараһына әйләнде. Кисә күңелле сәй табыны менән тамамланды.

Өлкәндәрҙе хөрмәтләү – яҡшылыҡтың билдәһе. Быуындар алмашына, ә өлкәндәр мәңгелеккә тарихта, хәтерҙә тороп ҡала.

Хөрмәтле мәғариф ветерандары! Һеҙҙе ихлас күңелдән Өлкәндәр көнө менән ҡотлайбыҙ! Алдағы тормошоғоҙҙа ҡоростай һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, оҙон ғүмер, һәм тыныс, мул тормошта йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!

Дилара Батраева,

Ҡаныҡай урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы
Читайте нас: