Мемориалды тантаналы асыу алдынан Ҡырғыҙ –Миәкә ауылынан килгән Кирилл атаҡай мәрхүм булғандар рухына панихида үткәрҙе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы тугандарының фотографияларын тотҡан балалар уҡытыусылары етәкселегендә мемориалдың ике яғына теҙелеп баҫты.
Ерекле ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Александр Петров барыһын да ауыл өсөн әһәмиәтле ваҡиға уңайынан ҡотланы hәм битараф булмағандарҙың барыһына ла рәхмәт әйтте.
— Бөйөк Ватан һуғышы барыһына ла ҡағылған, барыһы ла һуғышҡан. Беҙҙең ауыл биләмәһенән фронтҡа 242 кеше киткән, 93 һалдат кире әйләнеп ҡайтмаған. Шулай уҡ Туҡмаҡҡаран ауылынан 13 hәм Покровка ауылынан 29 һуғышсыны оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ. Яҡын киләсәктә уларҙың исемен дә ҡара мәрәмәр плитәгә һис шикһеҙ яҙасаҡбыҙ. Ерекле ауылынан Советтар Союзы Геройы гвардия капитаны Павел Ефимович, Покровка авылынан гвардия сержанты Василий Федорович Титов менән хаҡлы ғорурланырға тейешбеҙ. Был беҙҙең тарихыбыҙ. Һәм хәҙерге ваҡытта ла беҙҙең ауыл биләмәһенән егеттәр армияла хезмәт итә.Улар араһында өлгө буларҙайҙары бар. Был контракт буйынса хеҙмәт итеүсе өлкән прапорщик Эдуард Миронов, ул Чечен һуғышын үткән hәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
Хакимиәт исеменән Кесе Сиҙәк ауылы халҡын мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Сергей Иванов ҡотланы hәм урындағы үҙидара үҫешенә ҙур шәхси өлөш индергән һәм ауылды төҙөкләндереүҙә актив ҡатнашҡаны өсөн ауыл старостаһы Иван Григорьевҡа Маҡтау грамотаһы тапшырҙы. Ерекле ауыл Советы ауыл биләмәһенең Рәхмәт хаттарына шулай уҡ мемориалды урынлаштырыуҙа актив ярҙамы өсөн Иван Гаврилов лайыҡ булды. Эштәрҙе башҡарғанда, йәштәрҙе лә йәлеп иткәне өсөн Ерекле ауыл Советы ауыл биләмәһенең йәштәр эштәре буйынса белгес Сергей Семеновты ауыл биләмәһе Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне.