Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Октябрь 2018, 17:10

Рәсәй – үлемесле селфи иҫәбе буйынса «алдынғылар» исемлегендә

Рәсәй селфи ваҡытында иң ҙур үлем осраҡтары менән илдәр исемлегенә ингән. Ошо хаҡта Journal of Family Medicine and Primary Care журналында баҫылып сыҡҡан тикшеренеүҙән билдәле булған.

Автор хәбәр итеүенсә, 2011 йылдың октябренән 2017 йылдың ноябренә тиклем донъяла үҙ-үҙен фронталь камераға төшөрөргә маташҡан 259 кеше үлгән. Беренсе урында Һиндостан – ошо осорҙа 159 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Рәсәй – селфиҙан 16 үлем күрһәткесе менән икенсе баҫҡыста. Өсөнсө урында – Америка Ҡушма Штаттары, унда 14 кеше өсөн фото төшөү үлем менән тамамланған.

Мәрхүмдәр араһында, ҡатын-ҡыҙҙар йышыраҡ селфи эшләһә лә, күберәк 30 йәштән кесе ир-егеттәр. Эксперттар быны йәш кешеләр хәүефҡә нығыраҡ әүәҫ тип аңлата, мәҫәлән, ҡая йәки ҙур ҡатлы йорт ҡыйығы ситендә фотоға төшөп. Йыш ҡына үлем осраҡтарының сәбәбе – һыуға батып үлеү, транспорт менән бәрелеү һәм бейеклектән ҡолап төшөү, тип хәбәр итә «Лента.ру». Шул арала, Башҡортостанда һуңғы ике йыл эсендә шулай уҡ селфи төшкәндә бер нисә үлем осрағы булды.

Бер йылдан ашыу элек 17 йәшлек Өфө егете Шакша станцияһында йөк поезы ҡыйығына менгән. Егет эңерҙә селфи эшләргә теләгән һәм башы менән юғары вольтлы сымға тейеп киткән. Ул ток һуғыуҙан үлгән.

Быйыл майҙа Белоретта 20 йәшлек егет һыу һурҙырғыс башнянан ҡолап төшөп үлгән – ул да селфи эшләргә уйлаған.

Тағы ла бер бәхетһеҙ осраҡ 8 июндән 9-ына ҡарата төндә булған. Нөгөш һыуһаҡлағысында Силәбе өлкәһенән 64 йәшлек ир һәләк булған. Ир ҡаяға матур фото төшөргә менгән булған. Ләкин урынында баҫып тора алмаған һәм түбәнгә осҡан.
Читайте нас: