Унда Калинин ауыл Советы халҡына стоматология профилендә медик-санитар ярҙам күрһәтәсәк: иртәнге сәғәттәрҙән алып төшкә ҡәҙәр врач-стоматологтар балаларҙы, төштән һуң 19.00 сәғәткә ҡәҙәр өлкәндәрҙе ҡабул итәсәк.
Күсмә стоматология комплексы ябай автобустан бер ни менән дә айырылмай. Эсендә клиенттарҙы ҡабул итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, кәрәкле бөтә йыһаз бар. Өс врач мәжбүри медицина страховкаһы буйынса дәүләт гарантиялары программаһы сиктәрендә терапевт hәм хирург ярҙамын бушлай күрһәтәсәк.
Күсмә стоматология комплексы эшенең формаһы республиканың барлыҡ район халҡы өсөн стоматология ярҙамы күрһәтеүгә hәм уның сифатын яҡшыртыуға ярҙам итә. Быйыл республиканың 18 районына сығыу планлаштырылған.
Рүзимә ЙОМАҒОЛОВА фотоһы.