«Рәсәйҙә бөйөк исемдәр күп, һәм был ил өсөн тарихи капитал тип әйтер инем. Ләкин беҙ ошо тарихи капиталға һаҡсыл ҡарамайбыҙ кеүек тойола миңә, — тине Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы башлығы Валерий Фадеев. — «Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» проекты — йәмәғәт башланғысы, был тәҡдимде Рус География йәмғиәте, Рус әҙәбиәте йәмғиәте, Рәсәй тарих йәмғиәте, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте индерҙе. Илдең Йәмәғәт палатаһы ла унда ҡатнашырға һәм эшкә ярҙам итергә хәл итте».
Тауыш биреүҙән һуң дөйөм пассажирҙар ағымы 170 миллион кеше тәшкил иткән халыҡ-ара һәм федераль әһәмиәттәге 45 аэровокзалға исем биреү күҙ уңында тотола.
Атап әйткәндә, Башҡортостандың баш ҡалаһы аэропорты түбәндәге яҡташтарыбыҙҙың: Салауат Юлаев, Сергей Довлатов, Мостай Кәрим, Рудольф Нуриев, Сергей Аксаковтың исемен алыуы мөмкин. Һорау алыуға 20 меңгә яҡын ирекмән йәлеп ителә.