Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Октябрь 2018, 22:14

Изге һөнәр эйәләре

Тышта төҫтәргә бай сағыу көҙ айы. Октябрь айы муллыҡ, уңыштарҙы барлау айы булараҡ билдәле, ул шулай уҡ байрамдарға ла бай. Ошондай матур миҙгелдә ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләп үтте. Улар хөрмәтенә йылдағыса район мәҙәниәт һарайында ҙур сара ойошторолдо. Ысынында, уҡытыусылар көнө уңайынан үткәрелгән әлеге сара уларҙың ауыр һәм маҡтаулы хеҙмәтен баһалап ҙур рәхмәт белдерергә бына тигән мөмкинлек бирҙе.

Меңлеләр премияһы тапшырылды
Меңлеләр премияһы тапшырылды
Был тантаналы сарала яңғыраған барлыҡ матур, изге һүҙҙәр педагогтарға, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында эшләүселәргә арналды. Уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары уңайынан муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Валерий Васильевич Семенов ҡотлап үтте:

- Беҙҙең мәктәптәрҙә бар күңелен биреп, үҙ эшенә ысын күңелдән яратҡан кешеләр эшләй тип ышанам. Ниндәй генә эшкә тотонһаҡ та һәр нәмәнең башланғысы һеҙгә барып тоташа. Һеҙ белем биреүсе лә, йәмғиәт эштәрендә актив ҡатнашыусы ла, ата-әсә лә. Һеҙ күп төрлө һөнәрҙәрҙе үҙегеҙгә туплаған бөйөк шәхестәр, - тигән иҫ киткес матур һүҙҙәр әйтте ул уҡытыусыларыбыҙ хөрмәтенә.

Район мәғариф бүлеге начальнигы Вячеслав Иванов та район педагогтарын һөнәри байрамдары уңайынан ихлас, изге ҡотлауҙарын юлланы. Йәнә бер төркөм хеҙмәт алдынғылары уның ҡулынан Маҡтау грамоталарын һәм сәскә гөлләмәләре алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.

Төрлө конкурстарға уҡыусылар әҙерләгән, үҙҙәре лә бихисап бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеү яулаған мөғәллимдәребеҙҙе саҡырғас, улар хатта сәхнәгә һыйманы. Шуныһы ҡыуаныслы, улар араһында башҡорт теле уҡытыусылары ла бар ине. Йылбулаҡтамаҡ мәктәбендә Маһира Әғзәм ҡыҙы Мөфтәхова, Бишбүләк 1-се урта мәктәбендә Гөлнара Тимерғәли ҡыҙы Ғәлимова, Ф.Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбенән Эльза Марс ҡыҙы Мөхтәсимова, Бишбүләк 2-се урта мәктәбендә Кәлимуллина Рәхимә Ярулла ҡыҙы оҙаҡ йылдар балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләй. Уларҙың барыһы ла район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды.

Һәр ҡайһыбыҙҙың тормошонда аҡыллы кәңәштәре, күңел йомартлығы, тәрән белемдәре менән эске донъябыҙҙы байытҡан, киләсәгебеҙҙе төҙөргә ярҙам иткән ҡәҙерле кешебеҙ – Уҡытыусыбыҙ бар. Йылдар уҙғас та, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа, яҡшылыҡты ямандан айырырға, үҙ-үҙеңә ышанырға өйрәткән уҡытыусыларыбыҙҙы тәрән ихтирам һәм рәхмәт хистәре менән иҫкә алабыҙ. Әле лә бар ғүмерен балаларға белем, тәрбиә биреүгә арнаған, хәҙер инде хаҡлы ялда булған уҡытыусыларға бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Улар араһында Тулыбай ауылынан 40 йыл стажға эйә Вәлишина Тәнзилә Ғөбәй ҡыҙы ла, Бишбүләктән Петр Васильевич Михайлов та, Ҡаныҡай ауылынан “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы” Гөлнур Фәйзрахман ҡыҙы Абдрахманова, Айыттан “Почет билдәһе” ордены кавалеры Әхмәтшин Нәзип Ғилемйән улы һәм “Халыҡ мәғарифы отличнигы” исеме алған Ильясова Рәхимә Сәләхетдин ҡыҙы, Уҫаҡ Кисеүҙән “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” Флүрә Фәттәх ҡыҙы Зәләева ла бар ине. Сәхнә түренән урын алған мәғариф ветерандарының һәр ҡайһыһына Рәхмәт хаты тапшырылды һәм сәскә гөлләмәләре бүләк ителде.

Һәр сығыш йыр-моң менән оҙатылды. Мәҙәниәт һарайының “Живая вода” хореография ансамбле башҡарыуындағы дәртле бейеүҙәр, “Аҡ ҡалфаҡ татар халыҡ фольклор ансамбленың йырҙары һәм башҡа сағыу сығыштар уҡытыусыларға ҙур бүләк булды.

Районыбыҙ мәктәптәрендә бөгөн 2737 бала белем ала, көн һайын төрлө йәштәге уҡыусыларҙы 51 торлаҡ пунктынан мәктәп автобустары килеп ала. Үҙ эшенә намыҫ менән ҡарап, теүәл ваҡытта йөрөгән водителдәр ҙә был юлы иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

Мәктәптә элек тә, хәҙер ҙә үҙ һөнәренә тоғро булып ҡалыусы, ижади һәм тырыш уҡытыусылар эшләй. Бының тап шулай икәнлеген уларҙың уҡыусыларының олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа, ярыш-бәйгеләрҙә урын яулауы һөйләй. Ана шундай тырыш уҡыусыларҙы дәртләндереү йәһәтенән төрлө саралар күрелә. Мәҫәлән, Илдар Ғимаев исемендәге премия 2011 йылдан бирле тапшырылып килә. Уны тәүге стипендиаттары уҡ үҙен аҡланы: уҡыуҙа тик яҡшы билдәләренә өлгәшкән, спорт ярыштарында призер булған малай һәм ҡыҙҙар районыбыҙҙа бихисап. Йыл һайын тапшырылып килгән премияға был йылдарҙа 240 уҡыусы эйә булған.

Районыбыҙҙа төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Уҡыусыларыбыҙ туған теле булараҡ, мари, сыуаш, татар, рус, башҡорт телен өйрәнә. Был йәһәттән төрлө премиялар булдырылған, мәҫәлән, 2016 йылдан алып татар теле буйынса ҡаҙаныштары булған уҡыусыларға М.Ғ.Ҡәйүмов исемендәге премия тапшырылып килә. Был юлы ла яҡташыбыҙ, “Диләфрүз” журналының баш мөхәррире Ғәлиә Сәфәрйәнова уны үҙ ҡулдары менән тапшырыу өсөн килгәйне, Каменканан Ирина Шишкина иһә мари телен төплө өйрәнеүселәрҙе Ю.Н. Герасимова исемендәге премия менән бүләкләне.

Район күләмендә уҙған сарала – Уҡытыусылар көнөндә һәләтле уҡыусыларға тәү тапҡыр мең ырыуының премияһы тапшырылды. Апрель айында уҡ Өфөлә уҙған меңлеләр йыйынында уны булдырыу тураһында һүҙ ҡуҙғатылғайны.

Меңлеләр ҡоро етәксеһе Әхнәф Дәүләтйәр улы Тимербулатов мәғариф өлкәһендә көс һалған уҡытыусыларға изге теләктәрен еткергәндән һуң, туған тел буйынса төбәк-ара һәм республика күләмендә үткәрелгән конкурстар еңеүселәре булған алдынғы уҡыусыларға - Нафиҡов Артур (Ҡаныҡай урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы) һәм Ишмөхәмәтова Камилла (Ҡаныҡай урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы), Петрова Аня (Йылбулаҡтамаҡ мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы), Фәйзуллина Алһыу (Бишбүләк 2-се мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы), Лоҡманова Айгөл (Бишбүләк 1-се мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.), Новикова Эллина (Ҡушйылға мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы), Алһыу Янышеваға (Дим урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы) был мәртәбәле премияны тапшырҙы. Шулай уҡ уларҙың һәр ҡайһыһына М.Бураҡаеваның китабы бүләк ителде. Әлбиттә, бындай баһа һәр кемгә тәтемәй, туған телен яратҡан, халҡын, йолаларын ихтирам иткән, күңелендә рухи ҡиммәттәр йөрөткән иң рухлы уҡыусыларға ғына бирелә.

Туған телде һәм милли йолаларыбыҙҙы пропагандалауға, һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыусылары араһынан Сөмбөл Алламорат ҡыҙы Әсфәндиәрова менән (Ҡаныҡай урта мәктәбе) Гөлнара Тимерғәли ҡыҙы Ғәлимова (Бишбүләк 1-се урта мәктәбе) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Был байрам сараһынан бер нисә сәғәт алда ғына район хакимиәте бинаһында Бишбүләк районы башҡорттары ҡоролтайының ултырышы булып үткәйне. “Мең ырыуы союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы етәксеһе Әхнәф Дәүләтйәр улы Тимербулатов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Альфред Әхәт улы Шәймәрҙәнов, меңлеләр ырыуының башлығы Әхнәф Тимербулатов, яҙыусы, М.Аҡмулла, Ф.Кәрим исемендәге премия лауреаты Фәнис Фәтих улы Янышев, урындағы ҡоролтай ағзалары һәм районыбыҙҙың башҡорт теле уҡытыусылары милләт, тел яҙмышына бәйле мәсьәләләр буйынса фекер алышты.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Олег Леонтьев фотоһы.
Читайте нас: