Дим буйҙары
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Октябрь 2018, 17:06

«Киләсәккә оптимизм менән ҡарайым»

Каменка ауылынан фермер Анатолий Трофимовтың матди базаһы нығый

Анатолий Трофимов үҫемселек тармағын һайлап, 2014 йылда шәхси крәҫтиән (фермер) хужалығына нигеҙ һала hәм тыуған ерендә ер эшкәртеү менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Уға ике мең гектарға яҡын ер беркетелгән. Yткән дүрт йыл 35 йәшлек оптимист Анатолийға перспективаға пландар төҙөргә hәм үҙ хужалығының матди базаһын нығытыу менән шөғөлләнергә ышаныс бирә.

—Һәр эш ауырлыҡтар менән башлана, hәм уларҙы еңеп сығып ҡына, уның менән шөғөлләнеүгә тулы ышаныс барлҡҡа килә, — ти йәш фермер. — Барлыҡ сәсеү майҙанын эшкәртеү өсөн тотҡарлыҡһыҙ эшләй торған техника кәрәк. Хужалыҡта барлыҡ тағылма йыһаздары hәм механизмдары менән тәгәрмәсле ике Т-150, өс МТЗ-82 тракторы, ике ДОН-1500 комбайны бар.

Мөмкинлек булғанда, йыл һайын яңы техника һатып алырға тырышабыҙ. Быйыл ПСК-5, БДМ 3Х4 һабаны, көнбағыш сәскесе, культиватор, яҫмаларҙы киптереү өсөн ГВК тырмалары һатып алдыҡ. Ошо көндәрҙә өлгөргән көнбағыш баштарын йыйыу өсөн сапҡыс һатып алдыҡ. Яңы уңыш ҡабул итеүгә яңы ЗАВ төҙөнөк.

Трофимовтың фермер хужалығында ғәҙәттә ужым арышы, бойҙай, ҡарабойҙай hәм көнбағыш үҫтерелә. Ҡоро йыл булыуға ҡарамаҫтан, арыштың уңышы гектарынан 20-шәр центнертәшкил иткән. Бойҙай насарыраҡ булған hәм 8-ҙәр центнер сыҡҡан, ҡарабойҙай — ни бары гектарынан 4-тәр центнер. Хужалыҡта техник культура — көнбағышты урып-йыйыуға тотонғандар. Ул күп майҙанда сәселгән hәм гектарынан 10-ар центнер бирә.

— Беҙҙең ҙур булмаған хужалыҡта алты кеше эшкә алынған, — тип дауам итә Анатолий Петрович. — Әлегe ауыр крәҫтиән хеҙмәтенә тотоноуыма үкенмәйем. Былар барыһы ла, тәү сиратта, үҙ ғаиләм өсөн эшләнә. Тормош иптәшем менән беҙҙең ун йәшлек Данил hәм биш йәшлек Давид үҫеп килә. Улар, үҫкәс, аталары башлаған эште дауам итeрҙәр, тип ышанам. Ә әлегe улар өсөн уйын төп мауығыу булып тора. Беҙҙең йортобоҙ ҡаршыһында балалар уйын майҙансығы бар. Минең тормош иптәшем балалар майҙансығын ҡарап тора, сәскәләр ултыртты, таҙарта.

Анатолий Петрович үҙе торлаҡ пунктын hәм шишмәләрҙе төҙөкләндереүҙә ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтә. Урындағы халыҡты фураж менән тәьмин итә hәм каменкаларҙың булған пай ерҙәрен эшкәртергә ярҙам итә.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.
Читайте нас: