Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Октябрь 2018, 16:53

Yз эшенә ғашиҡ

Киров исемендәге кооперативта эшләүсе йәш белгес Анастасия Андрееваға хисапсы һөнәре оҡшай

Бөгөн, етештереүҙең башҡа тармағы кеүек, ауыл хужалығы йәш hәм белемле белгестәргә мохтаж. Уның хеҙмәткәрҙәренең уртаса йәше күптән инде пенсия йәшенә яҡын, hәм уларҙың урындарына кем килер тигән һорау бик киҫкен тора. Район ауыл хужалығы идараһы мәғлүмәттәре буйынса төрлө милек формаһы ауыл хужалығы предприятиеларында өс йәш белгес Илнур Вәлиев, Валентин Судеев, Анастасия Андреева хеҙмәт итә

Егерме йәшлек тыйнаҡ hәм һөйкөмлө Анастасия Киров исемендәге кооператив етәксеһе Олег Рузаков менән район үҙәгендә урынлашҡан Россельхозбанкка финанс мәсьәләләрен хәл итергә килә. Анастасия Игоревна — хужалыҡта төп хисапсы.

— Мин үҙ эшемде яратам. Һандар — был минең стихиям, — тип һөйләй йәш белгес. — Приютта тыуып-үҫтем, баш ҡалала кооператив техникумын тамамланым, «Тармаҡлар буйынса иҡтисадсы-хисапсы» йүнәлеше буйынса белем алып, хәҙер ситтән тороп Өфө ҡалаһында Рәсәй кооперацияһы университеты филиалының икенсе курсында уҡыуҙы дауам итәм. Бишбүләк районы минең өсөн бала саҡтан уҡ яҡын: ата-әсәйем тыумышы менән был яҡтан. Атайым Сиҙәкбаш, әсәйем — Йылбулаҡ-Матвеевка ауылынан. Ауыл хужалығы кооперативы эштәренә ошо йылдың июнендә тотондом. Быға ҡәҙәр супермаркетта өлкән менеджер булып эшләнем. Кооперативтың элекке хисалсыһы Алевтина Андреева хаҡлы ялға китте. Бухгалтерияла эшләүсе биш хеҙмәткәрҙең береһе лә был урында эшләргә теләмәне. Ә бына миндә эшләргә тигән теләк тыуҙы hәм барыһы ла килеп сығасаҡ, тип уйлайым.

Хужалыҡ етәксеһе Олег Никанорович тырыш һәм белемле хеҙмәткәр тураһында бары тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтә. Йәш белгестең барыһы ла ҡулынан килеүенә ышана һәм өмөтләнә. Эш барышында ауырлыҡтар тыуһа, тоғро остаз Алевтина Александровна Андреева Анастасияға ярҙамға килә.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы
Читайте нас: