Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Октябрь 2018, 20:44

Ата-бабаларыбыҙ иҫтәлегенә

Ҡасҡын ауылында зиратты hәм сүплекте тәртипкә килтереү буйынса өмә үтте

Былтырғы эштәрҙән һуң зираттың 150 метр ҡоймаһын яңыртаһы ҡалғайны. Ағас бағаналар тулыһынса металл торбаларға, иҫкерәгe сетка, профнастилға алыштырылды.

Яңынан һайлап ҡуйылған ауыл старостаһы Шамил Хәбиров тырышлығы менән эште бер көн эсендә башҡарып сыҡтыҡ. Ул өмәгә саҡырып, барлыҡ йорттарҙы әйләнеп сыҡты. Депутат Ильяс Хәбировтың составында Ринат Хәбиров, Венер Булатов, Руслан Ишниязов, Айрат Вәлиев, Малик Йосопов, Ленар Ишниязов, Зәлиф Зарипов, Илнур Зарипов булған бригадаһы иҫке ҡойманы һүтеп, яңы металл бағаналар ултыртты. Иретеп-йәбештереү эштәрен Азамат Йәмилев менән Салауат Ишниязовҡа ҡуштылар, уға Ғәзинур Солтанов, Сафуан Шәмғолов, Тәбрис Ғәйзуллин, Альмир Хәбиров ярҙам итте. Иретеп-йәбештереү өсөн генераторҙы район Советы депутаты Валерий Шәрифуллин бирҙе, уға бының өсөн рәхмәт. Профнастилдарҙы Самат Кинйәбаев, Данис Ғәйзуллин, Алик Хәсәннов, Риф Шиhапов, Венер Ғәйзуллин урынлаштырҙы.

Шул көндә сүплек территорияһын кәртәләп алыу буйынса ла эш барҙы. Хәмит Ишниязов етәкселеге аҫтында Кәбир Сабитов, Фәнзил Хәбибуллин, Рәсүл Ишниязов, Зәбир Йәмилев, Миҙхәт Кинйәбаев эшләне. Сүплекте үҙенең шәхси тракторында Айбeк Хәбиров өйҙө. Зираттан барлыҡ сүп-сарҙы Ильяс Хәбиров менән Ринат Хәбиров шәхси тракторҙарында сығарҙы. Ниндәйҙер сәбәп арҡаһында өмәлә була алмағандар финанс яҡтан ярҙам күрһәтте.

Мәрхүмдәрҙе иҫтә тотоу - халыҡ мәҙәниәтенең һәм уның тормошҡа мөнәсәбәтенең асыҡ күрһәткесе. Шуға күрә, зиратты таҙа ҙәм тәртиптә тотоу — ерҙә йәшәүселәрҙең изге бурысы.

Өмәлә ҡатнашыусы hәр кем намыҫ менән эшләргә тырышты. Уртаҡ эш төрлө быуын кешеләрен яҡынайтты, мәңгелек ҡиммәттәр — изгелек, яҡты дoньядан киткәндәргә ҡарата ихтирам тураһында уйларға мәжбүр итте. Изгелекле эшегеҙ үҙегеҙгә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын.

Беҙ барыбыҙ ҙа үҙебеҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың иҫтәлеген ихтирам итергә тейеш, шуға күрә изгелекле эште кисектерергә ярамай. Сөнки зират - беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың һуңғы төйәге, hәм уны тейешле тәртиптә тотоу - hәр кемдең эше.

Өмәлә әүҙем ҡатнашҡандарға ҙур рәхмәт белдерге килә.

Әнүәр Вәлиәхмәтов,

Йылбулаҡтамаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы.

Автор фотоһы.
Читайте нас: