Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Октябрь 2018, 20:42

Ергә һәм уның эшсәндәренә табыныу

Районда Республика көнөнә hәм Ауыл хужалығы hәм эшкәртеү сәнәғәте көнөнә арналған тантаналы сара булып үтте

Мәҙәниәт һарайы фойеһына иртә таңдан алып кискә ҡәҙәр, алһыҙ-ялһыҙ ерҙә эшләүселәр, икмәк hәм йәшелсә үҫтереүселәр, беҙҙең өҫтәлдәребеҙгә ит, һөт hәм башҡа продукт килтереүселәр йыйылды. Улар атаҡлы кешеләр түгел, әммә үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән районыбыҙҙы баййыраҡ һәм бәрәкәтлерәк итеүселәр. Былар комбайнсылар, агрономдар, машина менән һауыу операторҙары, малсылар ауыл хужалығы предприятиелары hәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының башҡа белгестәре. Һәм, әлбиттә инде, аграрийҙарҙың етәкселәре, ауыл хужалығы сылбырының быуындары тотҡарлыҡһыҙ эшләһен өсөн, уларҙың елкәһенә барлыҡ ойоштороу эштәре төшә.

Ауыл хеҙмәтсәндәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлау өсөн Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева, Маҡтау Билдәһе орденлы Бәләбәй һөт заводының сеймал һатып алыу буйынса директоры Ольга Линкевич hәм әҙерләү бүлеге начальнигы Александр Головин килде.

Күргәҙмәләрҙе ҡарағас, тамаша залында сараның тантаналы өлөш башланды.

Ауыл эшсәндәренә район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин мөрәжәғәт итте.

— Мин әлеге залға йыйылған ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәрен, белгестәрҙе, баҫыу һәм ферма эшсәндәрен, етештереү алдынғыларын, беҙҙең ветерандарыбыҙҙы hәм уҡыусыларыбыҙҙы хеҙмәтләндереү предприятиелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәрен, хеҙмәттәре ер һәм ерҙәге иң изге эш — икмәк үҫтереү менән шөғөлләнеүсе барлыҡ ауыл эшсәндәрен ысын күңелдән сәләмләйем.

Шулай уҡ район хакимиәте башлығы Республика көнө байрамының үҙенә бер төрлө мәғәнәһе hәм һуңғы йылдарҙа булған үҙгәрештәр тураһында доклад уҡыны.

— Был йылдар эсендә районда ла социаль-иҡтисади hәм мәҙәни-рухи үҫештә әһәмиәтле ыңғай үҙгәрештәр булды, тип билдәләп үткем килә.- Социаль hәм спорт объекттары, күперҙәр һәм юлдар, газ, һыу hәм электр менән тәьмин итеү линиялары, яңы йорттар, белем биреү, мәҙәниәт hәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары төҙөкләндерелдe. Былар барыһы ла кyп йылдар халыҡҡа хеҙмәт итәсәк. Ярҙамы, беҙҙең башланғыстарға hәм тәҡдимдәргә иғтибары өсөн беҙ республика етәкселегенә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа рәхмәтле.

Иң яҡшы белгестәрҙе Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева шәхсән ҡотланы hәм Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Башҡа эшсәндәргә район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары hәм аҡсалата бүләктәр бирелде. Бәләбәй һөт заводының сеймал һатып алыу буйынса директоры Ольга Линкевич Бишбүләк сәхнәһенән аграрийҙарҙың етәкселәрен, һөт йыйыусыларҙы hәм һөт тапшырыусыларҙы беренсе тапҡыр ғына ҡотламай hәм Рәхмәт хаттары тапшырмай. Каменка ауылынан Егор Грешняков, Ҡушйылға ауылынан Василий Ефимов, Мәнәүез-Мәскәү ауылынан Рәүф Хәсәнов иң яҡшы һөт йыйыусы булды, иң яҡшы һөт тапшырыусылар — Каменка ауылынан Сергей Антонов менән Мария Нестерова, Ереклетамаҡ ауылынан Людмила Иванова. Ул райондан заводҡа сифатлы юғары сортлы сеймал килә, тип билдәләне.

Район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр hәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Валерий Семенов шишмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс район халҡының тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡарашын формалаштырыу, шишмәләрҙең әһәмиәтен арттырыу маҡсатында районда 2012 йылдан алып үткәрелә. Был йылдар эсендә 260 шишмәнең 68-ҙе төҙөкләндерелгән. Валерий Васильевич иң күп шишмә Ерекле ауыл Советы ауыл биләмәһендә төҙөкләндерелгән, тип билдәләне. Конкурс комиссияһы шишмәләрҙе каптаж, бура, түбәһе булыу; уның янына килеү юлы төҙөкләндерелгән булыу; эскәмйәләр, шишмә исеме, һыу анализының мәғлүмәттәре яҙылған аншлаг булыу hәм башҡа критерийҙар буйынса билдәләне. 2018 йылдың иң яҡшы төҙөкләндерелгән шишмәһе Баҙлыҡ ауыл Советы ауыл биләмәһендә урынлашҡан «Варман пусси» («Урман шишмәһе») булды.

Сара барышында райондың ижади коллективтары, солисттары hәм Йәрмәкәй ауылынан артистар сағыу концерт номерҙары менән байрам атмосфераһы тыуҙырҙы.

Ирина МИХАЙЛОВА.

Олег ЛЕОНТЬЕВ фотоһы.
Читайте нас: